Спорт
25 Июль 2023, 13:39

«Беҙ бергә. Спорт» йәйге уйындарының икенсе көнө

Өфөнөң 9 майҙанында 11 спорт дисциплинаһы буйынса ярыштар бара.

«Беҙ бергә. Спорт» йәйге уйындарының икенсе көнө«Беҙ бергә. Спорт» йәйге уйындарының икенсе көнө
«Беҙ бергә. Спорт» йәйге уйындарының икенсе көнө

Баязит Бикбай урамындағы 32-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә 13 каратист үҙ-ара ката, ауырлыҡ категорияларында һәм команда зачётында 16 миҙал комплектына көрәшә.

      Рима  Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә  баскетбол һәм йөҙөү буйынса ярыштар ҡыҙыу бара. Унда 10 миҙал комплекты уйнатыла.

     “Беренсе теннис клубы”нда теннис дисциплинаһы буйынса һайлап алыу этабы бара. «Динамо» спорт һарайының волейбол майҙансығында Рәсәй-1 һәм Рәсәй-2 йыйылма командалары егеттәре, Ҡырғыҙстан менән Белоруссия ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командалары араһында осрашыуҙар дауам итә.

    Гандболда Рәсәй-1, Рәсәй-2 һәм Үзбәкстан ҡатын-ҡыҙҙар йыйылмаһы командалары, ир-егеттәр араһында Әрмәнстан менән Кения, Үзбәкстан менән Рәсәй командалары иң көслөләрҙе асыҡлаясаҡ. Был ярыштар "Астра" спорт комплексында бара.

     «БР спорт көрәше буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбе»ндә барған Грек-Рим көрәшенең финал алыштарында 8 миҙал комплекты көрәш дауам итә.

Ә Урмансылар паркында спорт ориентирының классик төрө буйынса ике миҙал комплекты яҙмышы хәл ителә. «Биатлон» спорт-һауыҡтырыу комплексында «Велосипед спорты - шоссе» спринтында тағы ла 2 миҙал комплекты уйнатыла.

        Боулингта ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр араһында «Мегаполис» сауҙа-күңел асыу комплексында шәхси зачеттар һәм ярымфиналдар үтә.

       Бөгөнгө  уйын көнөн еңел атлеттар тамамлаясаҡ, унда диск ырғытыу, бейеклеккә һикереү, 100 һәм 5000 метрға йүгереү буласаҡ. Бөтәһе 7 миҙал комплекты уйнатыласаҡ.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас