

Йәйге уйындарҙа ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар алдында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәйҙең спорт министры Олег Матыцин һәм Рәсәй һаңғырауҙар спорты федерацияһы президенты Дмитрий Ребров сығыш яһаны.
Рәсәйҙең спорт министры Олег Матыцин үҙенең мөрәжәғәтендә бындай ярыштарҙың бер ҡасан да булмағанса мөһим булыуын, бигерәк тә улар сурдлимпия кешеләре - спорттың әһәмиәтен, йәшәү ҡиммәтен аңлаған кешеләр өсөн ойошторолғанын билдәләп. «Башҡортостан, Өфө ҡалаһы күп спорт төрҙәре буйынса халыҡ-ара ярыштарҙы ҡабул итә һәм һәр ваҡыт уларға уңайлылыҡ, ҡунаҡсыллыҡ, юғары ойошҡанлыҡ стандарттары хас. Ярыштарҙың «Беҙ бергә. Спорт» саҡырыуы аҫтында үтеүе лә юҡҡа түгелдер. Рәсәйҙең бөйөк спорт ил булыуын дәлилләп, башҡа 30 ил вәкилдәренең ҡатнашыуына бик шатмын, - тигән Олег Матыцин.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, төбәк өсөн бындай ҙур ярыштарҙы ҡабул итеү - ҙур мәртәбә.
Һаңғырауҙар спорты федерацияһы президенты Дмитрий Ребров халҡыбыҙҙың ҡунаҡсыллығына айырыуса иғтибар иткән.
Асыу тантанаһында сурдлимпиясыларҙың Йәйге уйындарында ҡатнашыусы илдәрҙең флагтары парады үтте. Уйындарҙың рәсми флагын күрһәтеүҙә Сурдлимпия уйындарында еңеүселәр, призерҙар һәм ҡатнашыусылар ҡатнашты.
Олимпия уйындары флагын күтәреүселәр булып еңел атлетика буйынса Сурдлимпия уйындары чемпионы Юлиә Әбүбәкирова, Сурдлимпия уйындары чемпионы, еңел атлет Александр Черняк, бадминтон буйынса Сурдлимпия уйындарының ике тапҡыр бронза призеры Артемий Карпов, тхэквондо буйынса Сурдлимпия уйындары чемпионы, Ҡаҙағстан егете Аян Абдраш, Иран дзюдосыһы, еңел атлетика буйынса Сурдлимпия уйындарының күп тапҡыр көмөш һәм бронза призеры Баболлах Хоссейн, АҠШ-тың еңел атлетика буйынса бронза призеры Перри Брэди Джейкоб сығыш яһаны.
Асыу тантанаһынан күренештәрҙе ҡарау өсөн һылтанма: https://disk.yandex.ru/d/n-zoP17rfnyRgA