

Ойоштороусылар форум тарихында тәүге тапҡыр ҡатнашыусыларҙың йәштәрен иҫәпкә алып югереүселәр өсөн ике ярым һәм биш саҡрымлыҡ ике трасса әҙерләнгән була. Трассалар Ағиҙел йылғаһы яры буйлап урынлашҡан, старт Салауат Юлаев һәйкәле янынан бирелгән.
Иртә таңда ойошторолған йүгереүҙә ҡатнашыусы ун йәшлек Луиза Кастранова күп кенә өлкәндәрҙе уҙып финишҡа беренселәрҙән килгән. «Иртәнге 6-ла тороуы ауыр булманы. Ғөмүмән, беҙ ҙур араға күп йүгерәбеҙ, әҙерлек яҡшы, шуға күрә бөгөн арыманым», тигән ҡыҙыҡай.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн Өфөлә «Аҡыллы ҡала - аҡыллы ил» IV Халыҡ-ара ҡалаларҙы үҫтереү һәм һанлы трансформациялау форумы старт алды. Унда 50-нән ашыу ил ҡатнаша.