Спорт
1 Августа 2023, 06:52

В Башкирии состоялась церемония закрытия I международных Летних игр сурдлимпийцев

Өфөлә «Беҙ бергә. Спорт” I Халыҡ-ара йәйге сурдлимпия уйындарын рәсми ябыу тантанаһы үтте.

В Башкирии состоялась церемония закрытия I международных Летних игр сурдлимпийцевВ Башкирии состоялась церемония закрытия I международных Летних игр сурдлимпийцев
В Башкирии состоялась церемония закрытия I международных Летних игр сурдлимпийцев

Күләмле ярыштарҙа 30 илдән, шул иҫәптән Фарсы ҡултығынан, Яҡын Көнсығыштан, Франциянан, Испаниянан, АҠШ-тан һәм башҡа илдәрҙән 1,5 меңдән ашыу вәкил ҡатнашты. Ярыштар программаһына 21 дисциплина, шул иҫәптән бадминтон, баскетбол, боулинг, маунтинбайк, волейбол, ирекле һәм грек-рим көрәше, гандбол, дзюдо, карате, еңел атлетика, өҫтәл теннисы, йөҙөү, атыу, самбо, теннис, тхэквондо һәм футбол инде.

      Рәсәй, Беларус, Ҡаҙағстан һәм Үзбәкстан, шулай уҡ Иран, Ираҡ һәм Кения командалары иң күп составта булды. Халыҡ-ара ярыштарҙа Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортостандан 36 спортсы сығыш яһаны, уларҙың 13-ө төп составта.

     Уйындарҙы ябыу тантанаһы Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәге майҙансығында үтте. Спорт сараһы  делегаттарын һәм ҡунаҡтарҙы республика Башлығы Радий Хәбиров сәләмләне.

     «Беҙгә килгән бөтә делегацияларға ла рәхмәт белдерәм - хәҙерге ҡатмарлы осорҙа, һеҙ спортты, сәйәсәтһеҙ, ысын, дөрөҫ спортты һайланығыҙ. Башҡортостан һеҙҙе ихлас ҡаршылап, йөрәген, күңелен асты, бөтә уңайлыҡтар булдырырға тырышты. Беҙ һеҙҙе киләсәктәлә, һәр ваҡыт көтөп ҡалабыҙ», - тине Радий Хәбиров. Башҡортостан спортсылары Рәсәй йыйылма командаһы составында 25 миҙал - 15 алтын, 5 көмөш һәм 5 бронза миҙал яуланы ла инде, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе.

       Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Одес Байсолтанов хәбәр итеүенсә, сурдлимпиясыларҙың «Беҙ бергә. Спорт» ярыштары илдең рәсми спорт календарында иң күләмле һәм әһәмиәтле халыҡ-ара ярыштар булды.  

      «Сурдлимпиясыларҙың уйнауы ярыш ҡына түгел, был иҫ киткес байрам икәнлегенә тағы ла инандыҡ. Уйын осоронда беҙ ҙур еңеүҙәргә, шәп сығыштарға шаһит булдыҡ» - тип белдерҙе Одес Байсолтанов.

       Сараны ябыу тантанаһында шулай уҡ сурдолимпия уйындары ветерандарын һәм иң йәш ҡатнашыусыларҙы, «Сикһеҙ спорт», «Рух» (еңеүгә ихтыяр), «Медиапрорыв» кеүек номинацияларҙа билдәләп үттеләр.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас