Спорт
7 Август 2023, 09:14

«Алан» ҡушаматлы саптарға уңышлы сығыштар

Бихисап ат сабыштарында еңеү яулаған Степной ауылы егете Айгиз Тазетдинов тураһында районда белмәгән кеше һирәктер.«Башҡорт аты» фестивалендә ҡатнашырға ниәтләгән Айгизгә һәм уның «Алан» ҡушаматлы саптарына уңышлы сығыш яһауҙарын теләйбеҙ  

«Алан» ҡушаматлы саптарға уңышлы сығыштар«Алан» ҡушаматлы саптарға уңышлы сығыштар
«Алан» ҡушаматлы саптарға уңышлы сығыштар

Ә бына ошо уңыштарға килтергән, республика кимәлендә райондың данын яҡлаған «Алан» тигән ҡушаматлы арғымаҡ хаҡында нимә беләбеҙ һуң? «Аттың даны – егет ҡулында» тигәндәй, бының тураһында саптар аттың хужаһынан белештек.

Район һабантуйында башҡорт тоҡомло аттар араһында айырым сабыштар, «Терра Башҡортостан» ат спорты турнирының муниципаль этабы уҙғарылыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Был ярыштарҙың күп тапҡыр еңеүсеһе һәм призеры булған Степной ауылы егете Айгиз Тазетдинов тураһында районда белмәгән кеше һирәктер. Ә бына ошо уңыштарға килтергән, һыбайлы менән бергә республика кимәлендә райондың данын яҡлаған «Алан» тигән ҡушаматлы арғымаҡ хаҡында нимә беләбеҙ һуң? «Аттың даны – егет ҡулында» тигәндәй, бының тураһында саптар аттың хужаһынан белештек.

– Өс йәшлек «Алан»ды беҙ 2021 йылдың башында Учалы районында башҡорт тоҡомло аттар үрсетеүсе фермерҙан һатып алғайныҡ. Степнойға алып ҡайтҡас та уҡ уны менгегә өйрәтә башланым. Был еңел бирелмәне – иректе үҙ иткән «Алан»дың холҡо ауыр булғас, уның менән уртаҡ тел таба белеү ҡатмарлы булды. Әлбиттә аттың холҡо хужаһынан тора, нисек өйрәтеүгә лә бәйле. Уны яратып, күберәк иғтибар биреп торғас, бер ай ярым самаһы ваҡыт үткәс, ул менгегә өйрәнде. Шул уҡ йылдың йәйендә «Алан»ды «Терра Башҡортостан» турнирына әҙерләй башланым. Был ул ҡатнашҡан тәүге ярыш булыуына ҡарамаҫтан, уның менән 1-се урын алыуға өлгәштек. Киләһе 2022 йылда «Терра Башҡортостан» турнирының өс этабында ла еңеү яуланыҡ. Арғымағым һабантуйҙарҙағы сабыштарҙа ла, башҡа ярыштарҙа ла һынатмай. Быйыл район үҙәгендә һабан байрамында үткән ат сабыштарында ла еңдек. Шулай уҡ Әбйәлил районында уҙған инвестиция, Хәйбулла районы һабантуйында уның менән бергә “Ылаҡ” уйынында ҡатнаштыҡ. Былтыр Аҡъярҙа уҙған “Ҡышҡы уйындар” сиктәрендә ойошторолған ат сабыштарында «Алан» менән 1-се, ә быйыл 2-се булып финиш һыҙығын үттек. Уҙған йылдың июлендә Баймаҡ районында уҙған 1-се «Башҡорт аты» фестивалендә ҡатнашып, башҡорт тоҡомло аттарҙың күргәҙмәһендә «Алан» 1-се урынға лайыҡ булды, – тип һөйләне йәш һыбайлы. Быйылғы фестивалдә лә ҡатнашырға иҫәп тота Айгиз. Икенсе «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале 11–13 августа Баймаҡ районының Граф күле буйында уҙғарылыуы иғлан ителде. Фестиваль республикала йылҡысылыҡ, ҡымыҙ эшләү һәм халыҡ кәсептәре традицияларын һаҡлауға һәм үҫтереүгә, башҡорт тоҡомло аттарҙың һанын арттырыуға һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән.

«Башҡорт аты» фестивалендә һәм «Терра Башҡортостан» турнирында ҡатнашырға ниәтләгән Айгизгә һәм уның «Алан» ҡушаматлы саптарына уңышлы сығыш яһауҙарын теләйбеҙ.

https://yanshishma.com/articles/bel-e-me-/2023-07-26/bash-ortostandy-danly-ly-aty-3356670?ysclid=lkw4q6v669890364559 

 

Автор:
Читайте нас