

"Ылаҡ" "Башҡорт аты" фестиваленең төп уйындарының береһенә ҡарай. Бөгөн "Ылаҡ" уйынында Баймаҡ районы командаһы Һәм Ҡаҙағстандан "Аҡтүбә" командаһы көс һынашты. Ҡаҙаҡтар еңеү яулай. Ҡаҙаҡ клубы тренеры Норджан тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
- Уйын бик оҡшаны. Шуны билдәләп үтергә теләйем, беҙҙә был уйын бик үҫешкән. "Кокпар", һеҙҙеңсә, "Ылаҡ", Ҡаҙағстанда ат спортының рәсми төрө тип һанала. "Кокпар" буйынса күп чемпиондар бар. Улар араһында мин дә. Беҙгә һеҙҙең тәбиғәтегеҙ, фестивалде ойоштороуығыҙ, республикағыҙҙың ҡунаҡсыллығы бик оҡшаны. Беҙ иң көслө ике команда килтерҙек, улар араһында "Кокпар" буйынса чемпиондар күп. Башҡортостанда был уйынды үҫтереү өсөн йыл һайын күберәк командалар килтерергә әҙербеҙ. Башҡортостан командаларына үҙ-ара ғына түгел, "Кокпар" үҫешкән башҡа илдәрҙең бөтә командалары менән дә уйнарға кәрәк. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: илебеҙҙә аттарҙы махсус рәүештә ошо спорт төрөнә сығаралар, тәрбиәләйҙәр, өйрәтәләр. Был уникаль фестивалде ойоштороусыларға үҙ командаларым, илемдең исеменән рәхмәт әйтергә теләйем. "Ылаҡ" дауам итә. Бөгөн "Башҡорт аты" фестивале сиктәрендә тағы ла 8 команда уйнай.