+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Октябрь 2023, 11:48

Турслет яҡшы кәйеф бүләк итте

Инвалидтар йәмғиәте район хакимиәте ярҙамы менән туризм буйынса сираттағы спорт ярышын уҙғарҙы

Турслет яҡшы кәйеф бүләк итте
Турслет яҡшы кәйеф бүләк итте

Йылдағыса һәр ауыл биләмәһенән инвалидтар ойошмаһы ағзалары, араларында республика ярыштары еңеүселәре лә бар, турслетты ашҡынып көтөп алһа, быйыл «Шаг на встречу миру» грант проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә сараға махсус хәрби операция яугирҙәре һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары — «Боевое братство» ойошмаһы ағзалары ла саҡырылды.
Асҡар ауылындағы «Ҡурай» паркында уҙған спорт байрамын асып район башлығының беренсе урынбаҫары Р. Ғ. Хәлилов һүҙ алды. Район хакимиәте исеменән сәләмләп, был сараның үҙенсәлекле булыуын, республикала ғына түгел, ил кимәлендә лә тәүгә үткәрелеүен баһаланы.
— Бөгөн ябай булмаған ваҡытта йәшәйбеҙ. Тормошто бер әҙерәк булһа ла еңеләйтеү маҡсатында район хакимиәте йәмәғәтселек менән төрлө проекттарҙа ҡатнаша. Яңыраҡ Нәсимә Вәйес ҡыҙы етәкселегендә район сираттағы грантты отто һәм бөгөнгө сара ошо проект сиктәрендә уҙғарыла, — тине Руслан Ғөзәйер улы.
Н. В. Әҡсәнова бөтәһен дә традицион спорт ярышында күреүенә шат булыуын белдерҙе:
— Спорт туризмы буйынса беҙ яҡшы һөҙөмтәләргә эйәбеҙ. Республика ярыштарында Әбйәлил командаһы гелән алдынғы урындарҙы яулап килә. Был беҙҙең яратҡан спорт төрө. Һәм шуға күрә нәҡ ошо ярыштарҙы үҙебеҙҙә район кимәлендә лә йыл һайын ойошторабыҙ. Сараның ҡунаҡтары булған МХО-ла ҡатнашыусыларҙы һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандарын сәләмләп, «Шаг на встречу миру» проектының мохтажлыҡ кисереүселәргә реабилитациялау ярҙамы күрһәтеү маҡсатында тормошҡа ашырылыуын әйтеп үткем килә. Махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан ир-егеттәрҙе, «Боевое братство» ветерандарын һәм шулай уҡ үҙебеҙҙең ойошма ағзаларын район үҙәгендә Ленин урамы, 14 (ауыл хужалығы идаралығы бинаһы) адресы буйынса 20-се кабинетта көтөп ҡалабыҙ. Реабилитация кабинетында табип-реабилитолог һәм психолог эшләй. Мөрәжәғәт итеүселәр менән әңгәмәләр үткәрәбеҙ, тейешле ярҙам күрһәтәбеҙ һәм шулай уҡ клиенттарыбыҙ тормошонда килеп тыуған социаль мәсьәләләрҙе хәл итәбеҙ, — тине ул.
«Батыр» ФҺК-һының директор урынбаҫары, турслеттың баш судьяһы И. Т. Мөхәмәҙиев ярыштың шарттарын аңлатҡас, сараға старт бирелде. Шәхси һәм команда иҫәбе өсөн һәр кем хәленсә тырышлыҡ һалды. Ә ярыш үҙенең эсенә йәйәүлеләр һәм һыу туризмдарын, коляскала хәрәкәт итеүселәр өсөн велотуризмды алды. Әйткәндәй, һәр ауыл биләмәһенең дә тиерлек беренсел ойошмалары команда туплап алып килгән. Улар матур итеп үҙ туҡталҡаларын да ҡорҙо.
Яңы парк биләмәһе турслет этаптары өсөн ҡулайлылығы менән отошло булды. Йәйәүлеләр туризмы бер нисә һынауҙы үҙ эсенә алды: дартс, һаҙлыҡты «батмай» үтеү һәм канат ярҙамында «һыу» аша сығыу. Бында мәргәнлек, етеҙлек, карабиндар менән эшләй белеү, штраф балдары йыймау талап ителде. Сөнки ҡаршылыҡлы дистанцияны ҡатнашыу-сылар тиҙлеккә уҙҙы һәм һәр бер штраф ваҡыт һөҙөмтәһенә өҫтәмә секундтар сәпәне. Һыу туризмында 4 кешенән торған командалар катамаранда ярышты. Шулай уҡ ул ваҡытҡа баһаланды һәм һыу ятҡылығында ҡуйылған ҡапҡаларҙы төкөмәй генә үтергә кәрәк ине. Мөмкинлектәр тигеҙ булмаһа ла, иң мөһиме берҙәмлек рухы бөтә командаларҙа ла сағылды һәм барыһы ла тейешле дистанцияны уҙа алды.
Велотуризм өсөн дә ҡатмарлы ғына маршрут әҙерләнгәйне. Бында 4 кеше ҡатнашты һәм ҙур ҡаршылыҡтарҙы еңә алыуҙары өсөн шат ҡалды. Был һынауҙа республика ярыштарында даими ҡатнашыусы, коляска менән еңел генә идара иткән Иҫке Балапандан Юлай Аҙнабаевҡа етеүсе булманы. Асҡарҙан Гүзәлиә Фәттәхова икенсе урынға лайыҡ булды. Ә инде инвалидтар йәмғиәте уҙғарған сараларға яңыраҡ йөрөй башлаған Йәнекәйҙән Рафиҡ һәм Рәфис Ҡунаҡҡоловтар тәүгә турслетта ҡатнашты һәм икеһе лә өсөнсө урын алды.
Турслет булһын да, туҡталҡалар конкурсы ойошторолмаһын ти?! Ир-егеттәр урын йүнәтеп, әйберҙәрҙе ташыһа, ҡашығаяҡ тирәһендә башлыса ҡатын-ҡыҙҙар бөтөрөндө. Түшәк-ҡаралты, самауыр, утын-күмергә тиклем тейәп килтергәйнеләр. Һәр биләмә туҡталҡаһын үҙенсәлекле, зауыҡлы итеп биҙәне. Асҡарҙар, хәлилдәр, буранғолдар хатта урындыҡ ҡорҙолар. Буранғолдар үҙҙәре лә башҡорт кейемдәрендә ине, өҫтәлдәре лә милли аш-һыу төрҙәренән һығылды. Амангилделәр һәр төрлө картуф аштарын тәҡдим итте. Көҙгө муллыҡ — тоҙланған, консерваланған йәшелсә-емештәр, бәшмәк ризыҡтары ла мул булды. Буҙа, ҡымыҙ ҙа бар ине. Ә ҡамыр аштарының төрлөлөгөн һанайһы түгел. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сиклеләрҙең ҡул эштәре күргәҙмәһе лә ҡуйылды.
Ярыш һөҙөмтәләре, әлбиттә, физик мөмкинлектәргә ҡарап ғәҙел баһаланды. МХО-ла ҡатнашыусылар һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары үҙ-ара ярышһа, сәләмәтлек мөмкинлектәре сиклеләр үҙҙәренең яңы рекордтарын ҡуйҙы. «Батыр» ФҺК-һы тренерҙары һәм ирекмәндәр турслетты ойошҡанлы һәм мауыҡтырғыс итеп үткәреүгә ҙур тырышлыҡ һалды.
Йәйәүлеләр туризмында иң яҡшы һөҙөмтәләр менән Ташбулаттан Айнур Фәйзуллин — беренсе, Алексей Богдан (Асҡар) — икенсе, Илгиз Рәжәпов (Ҡаҙмаш) өсөнсө урын яуланы. Һыу туризмында «Боевое братство» коман-даһы — Заһит Тайсин (Ҡушый), Илгиз Ялмырҙин (Салауат), Ирек Рысҡужин (Асҡар), Алексей Богдан еңеү яуланы. Айнур Фәйзуллин менән Яңы Һамарҙан Альберт Ильясов икенсе урынға сыҡты. Әйтергә кәрәк, яугирҙәр командаһына, кеше етмәү сәбәпле, Асҡар инвалидтар ойошмаһынан Фәниә Мусина һәм Гөлфиә Яхина ярҙам итте, улар ҙа лайыҡлы рәүештә көмөш наградалар менән билдәләнде.
Ә сәләмәтлек мөмкинлектәре сиклеләр һәр ваҡыттағыса ныҡлы ихтыяр көсөн күрһәтеп, ғорур еңеүҙәр яуланы. Йәйәүлеләр туризмында ир-егеттәр араһында Ишбулдынан ағалы-ҡустылы Әлфир һәм Ғайса Шөғүровтар беренсе-икенсе урындарҙа билдәләнһә, өсөнсө урынға Хәлилдән Зиннур Байгилдин лайыҡ булды. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Асҡарҙан Гөлфиә Фәттәхова иң яҡшы һөҙөмтә менән еңеүсе булды. Таштимерҙән Зөлфиә Мөхөтдинова һәм Алһыу Яҡупова ҡалған ике призлы урынды бүлеште. Һыу туризмы буйынса Амангилде, Таштимер биләмәләренең йыйылма командаһы — Нур Аллаяров, Айсыуаҡ Шәрипов, Зөлфиә Мөхөтдинова һәм Алһыу Яҡупова беренселекте биләне. Икенсе урынға Ташбулат ауыл биләмәһе командаһы — Таңһылыу Әхмәтова, Әмир Ғәйнуллин, Ринат Әҡсәнов һәм Радмир Таһиров сыҡты. Хәлил ауыл биләмәһе командаһы — Зиннур Байгилдин, Дамира Килдейәрова, Әлфир һәм Ғайса Шөғүровтар өсөнсө урын алды.
Туҡталҡалар конкурсын «Боевое братство» ойошмаһы ир-уҙамандары баһаланы. Командалар жюриҙы йыр-бейеүҙәр менән ҡаршылап, һыйлап оҙатты. Шулай ҙа конкурс булғас, шартҡа ярашлы, урындар ҙа билдәләнде. Бу-ранғол, Асҡар, Ташбулат, Хәлил биләмәләренең туҡталҡалары иң яҡшыһы тип табылды. Әлмөхәмәттәр, таштимерҙәр һәм амангилделәр икенсе урынға лайыҡ булды. Өсөнсө урын Красная Башкирия, Йәнгел, Байым биләмәләренә бирелде.
Еңеүселәр һәм призерҙар грамо-талар, миҙалдар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән наградланды. Шәхси еңеүҙәр һанынан сығып командалар араһында йомғаҡ яһаны. Дөйөм команда иҫәбендә еңеүҙе хаҡлы рәүештә таштимерҙәр яуланы. Икенсе урында — Хәлил, өсөнсөлә Ташбулат ауыл биләмәләре командалары билдәләнде.
Байрам тәбиғәт ҡосағында төшкө аш менән тамамланды. Әбейҙәр сыуағының сағыу бер көнөндә үҙ-ара йылы аралашыуҙарҙан, күңелле старттарҙан алынған яҡшы кәйеф һәм дәрт-илһам киләһе турслетҡа тиклем етһен!

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: