+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Ноябрь 2023, 17:20

Шахмат уйнарға өйрәтәләр

Башҡортостанда тағы шахмат йылы башланды.

Шахмат уйнарға өйрәтәләр
Шахмат уйнарға өйрәтәләр

Башҡортостан Башлығы башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Юғарыға ос” проекты һәм уның  “Шахмат уйнарға өйрән” тигән моделдәренең береһенә ярашлы, сираттағы, хәҙер инде һигеҙенсе тапҡыр, барлыҡ категория уҡытыусылар квалификацияһын күтәреү буйынса курстар үткәрелде. Сарала республика райондарының дөйөм белем биреү һәм өҫтәмә белем биреү ойошмалары педагогтары ҡатнашты. Курстарҙың темаһы “Дөйөм белем биреү ойошмаһында шахматҡа уҡытыу йөкмәткеһе һәм технологиялары” тип аталды. Сараны Өфөләге “Толпар” спорт клубы һәм Башҡортостандың Мәғариф үҫеше институты ойошторҙо. Курстар башланғандан алып, барлығы 250-нән ашыу уҡытыусы белемен камиллаштырҙы.

- Тәү ҡарамаҡҡа ғына был һан ябай күренә. Ә һәр остаз әллә күпме ҡыҙ һәм егетте тәрбиәләйәсәк. Һөҙөмтәлә улар был спорт төрө үҙенсәлектәрен асасаҡ. Тағы шуныһы мөһим: уҡытыусыларҙың күбеһе төпкөлдән, ауылдарҙан, килә. Үҙебеҙ алдына, ҙур спорт объекттарына йыраҡ йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, мөмкин тиклем күберәк баланы шахматҡа йәлеп итергә тигән маҡсатты ҡуйғанбыҙ ҙа, - тип белдерҙе “Толпар” спорт клубы етәксеһе Әмир Дауыҡаев.

Әйткәндәй, Башҡортостандағы 20-нән ашыу шахмат мәктәбендә юғары спорт оҫталығына эйә булған спортсылар әҙерләнә. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Демография” милли проекты (национальный проект “Демография”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-11-07/shahmat-uynar-a-yr-t-l-r-3508872

Автор:
Читайте нас: