+6 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Ноябрь 2023, 16:35

ГТО уңышлы тапшырып сертификат алдылар

Районда ГТО нормаһын уңышлы тапшырған өлкәндәр  спорт менән шөғөлләнеү өсөн 10 мең һумлыҡ сертификат алды.  

ГТО уңышлы тапшырып сертификат алдылар
ГТО уңышлы тапшырып сертификат алдылар

Ағымдағы йылдан 60 йәштән уҙған граждандар өсөн физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәрен күрһәтеү буйынса социаль заказ бойомға ашырыла. ГТО нормативтарын тапшырыу һөҙөмтәһе буйынса 19 пенсионерға лайыҡлы ГТО билдәләре һәм 10 мең һумлыҡ сертификаттар тапшырылды. Бына улар Әбйәлилдең спортты ғүмерлек йәшәү рәүеше иткән оло быуын вәкилдәре – Ғәйнетдин Ғиләжев, Зөһрә һәм Сәлим Дәминдаровтар, Фәтих Сафиуллин, Риф Ғиззәтов, Ишбулат Ҡужин, Салауат Хамматов, Сәрүәр Түлебаева, Нил Ҡужахмәтов, Зөлфирә Ғиззәтова, Зөлфиә Хамматова, Людмила Итекәева, Клара Абдуллина, Тәлғәт Вәлиев, Йәзилә һәм Ғәле Күсәрбаевтар, Азамат Дәминдаров, Зәйтүнә Лавренова, Нуриҙә Асҡарова.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: