Спорт
19 Ғинуар 2024, 05:15

Иң көслөләр билдәләнде

«Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексында ҡатнаш көрәш (миксфайт) буйынса Яңы йыл турниры үтте

Турнирҙа Белорет, Магнитогорск ҡалаларынан һәм Асҡар, Байым, Ташбулат, Рәхмәт ауылдарынан төрлө йәштәге 130 уҡыусы үҙ-ара көс һынашты. Ярышты Магнитогорск спорт ветерандары федерацияһы, Бөтә Рәсәй спорт ҡатнаш көрәш федерацияһының төбәк бүлексәһе, Әбйәлил районы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе һәм  хәрби-патриотик спорт үҙәге ойошторған. 
Бәйгене Таһир Кусимов исемендәге гимназияның «Йондоҙ» ансамбле үҙенең сағыу сығыштары менән биҙәне. 
Ярышта абруйлы ҡунаҡтар – район мәғариф бүлеге начальнигы Вәсилә Абсаҙыева, район хәрби комиссары Максим Гребенщиков, балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Ласын Усманов, «Батыр» ФҺК-ы директоры Таһир Сәйфуллин, федерацияның спорт миксфайты буйынса төбәк бүлексәһе рәйесе, спорт миксфайты буйынса Рәсәй спорт мастеры, кикбоксинг буйынса спорт мастеры кандидаты, кикбоксинг һәм кудо буйынса Рәсәй чемпионаты призеры Денис Нагорный ҡатнашты.
— Хозур тәбиғәтле Әбйәлил ерендә һеҙҙе күреүебеҙгә шатбыҙ! Был ярыш ысын еңеүсене — батыр, ҡыйыу һәм ныҡышмал егеттәрҙе асыҡлаһын. Үҙегеҙгә ышанығыҙ һәм бары тик алға ынтылығыҙ. Уңыштар теләйем, — тип тәбрикләне ҡатнашыусыларҙы Вәсилә Сәғит ҡыҙы. 
Артабан келәмгә бер-бер артлы йәш батырҙар сыҡты. Турнир миксфул һәм микс-врестлинг төрҙәре буйынса ике бүлектә үткәрелде. 
Миксфул бүлегендә «Файт-бро» (Магнитогорск) көрәш клубы беренсе урынды яуланы. Магнитогорск ҡалаһынан «Прайд» командаһы икенсе,  «Черный дракон» командаһы өсөнсө урынды алды.
Миксврестлинг бүлегендә «Батыр» командаһы (Асҡар) беренселекте бирмәне. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы «Файт-бро» һәм «Афганец» команда-лары бүлеште. 

Г. НИҒМӘТУЛЛИНА.

Читайте нас