Спорт
26 Ғинуар 2024, 06:00

Ысын ир-егет иҫтәлегенә ысын ир-егет уйыны

Украинала барған махсус хәрби операцияла һәләк булған Филүс Ҡаһарманов иҫтәлегенә ярыш хок-кейҙы яратыусы алты команданы Атауҙы боҙонда осраштырҙы.

Турнирҙа Атауҙы, Әлмөхәмәт, Буранғол. Асҡар, Ишбулды, Хәлил командалары еңеү өсөн ихлас көрәште, матур уйын күрһәтте. Һөҙөмтәлә боҙ майҙаны хужалары — Атауҙы командаһы төп кубокты үҙҙәрендә алып ҡалды. Әлмөхәмәттәргә — икенсе, хәлилдәргә өсөнсө урын менән хушһынырға ҡалды. Призер командалар ҙа кубоктар менән бүләкләнде. Йола буйынса турнирҙың иң сағыу уйынсылары билдәләнде. Атауҙынан  Арсен Асҡаров «Иң яҡшы ҡапҡасы», Руслан Ҡужин «Иң яҡшы бомбардир», Хәлилдән Рәмис Фазылйәнов «Иң яҡшы һаҡсы», Әлмөхәмәттән Айтуған Йосопов «Иң яҡшы һөжүмсе» һәм Вадим Ғилманов «Иң яҡшы уйынсы» номинацияларында махсус бүләктәргә лайыҡ булды. 
Ярышты ойоштороусылар булып ҡа- һарман яҡташыбыҙҙың атаһы Зөлфәр Мозафар улы һәм Атауҙы ауылы йәштәре сығыш яһаны. Мәктәптә хоккейсылар өсөн йылы аш ойошторолдо.
Г. ФӘТХУЛЛИНА.

Читайте нас