Спорт
2 Февраль 2024, 09:14

Саңғысылар стартҡа баҫты

Ҡаҙмашта XXVI Мәктәп уҡыусылары спартакиадаһы иҫәбенә саңғы буйынса район беренселеге уҙҙы.

Ярыш биатлон буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, СССР-ҙың спорт мастеры, БАССР-ҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре М. С. Алсынбаев иҫтәлегенә бағышланды. 
Саңғы юлы был спортты үҙ иткән Ҡаҙмаш, Әбделмәмбәт, Амангилде, Буранғол, Аһылай, Михайловка, Рауил һәм Күсем руднигы  мәктәптәре уҡыусыларын осраштырҙы. Еңеүселәр дүрт йәш төркөмөндә билдәләнде. 
2014 йылғы һәм уларҙан кесерәк ҡыҙҙар 500 метрға уҙышты. Финишҡа Әбделмәмбәттән Элина Миңдейәрова – беренсе, Ҡаҙмаштан Лиана Суфиянова – икенсе, Амангилденән Гөлнур Өмөтҡужина өсөнсө булып килде. Малайҙар бер километрға йүгереп, Ҡаҙмаштан Айназ Яҡупов беренсе урын яуланы. Әбделмәмбәт мәктәбенән Эмиль Әхмәтҡужин һәм Тамерлан Байтүрин икенсе-өсөнсө урындарҙы бүлеште. 
2012-1013 йылғы ҡыҙҙар – 1, малайҙар 2 километрға ярышты. Айлина Хәйбуллина (Әбделмәмбәт) һәм Нурания Махийәнова (Аһылай) беренсе-икенсе урындарға сыҡһа, өсөнсө урынға ике саңғысы – Гөлнәзирә Моталова (Ҡаҙмаш) менән Диана Нарынбаева (Әбделмәмбәт) лайыҡ булды. Малайҙар араһында Хәйҙәр Хәкимов (Ҡаҙмаш) ал бирмәне. Әбделмәмбәттән Вилүр Әлибаев – икенсе, Рауилдән Арсен Ишмөхәмәтов өсөнсө урынды алды.
2010-2011 йылғы ҡыҙҙар 2 саҡрымға уҙышты.  Призлы урындарҙы ярашлы рәүештә: Нурания Тахаува (Ҡаҙмаш), Аделина Йәһүҙина (Амангилде), Илина Ишбулатова (Күсем руднигы) бүлеште. Өс саҡрымлыҡ дистанцияла ярышҡан малайҙар араһында Айваз Миңдейәров (Әбделмәмбәт) бер кемде лә алдына сығарманы. Фаяз Моталов (Ҡаҙмаш) – икенсе, Руслан Байтүрин (Әбделмәмбәт) өсөнсө урынға лайыҡ булды.
2008-2009 йылғылар категорияһында ҡыҙҙар ҙа, егеттәр ҙә 3 саҡрымға йүгерҙе. Почет пьедесталының өс баҫҡысын да ҡаҙмаштар – Фәриҙә Бикҡужина, Айгүзәл Зыяева, Дилара Хөснитдинова биләне. Үҫмерҙәр араһында призлы урындарҙы Нурислам Яҡупов (Ҡаҙмаш), Ансар Ильясов (Әбделмәмбәт), Данил Фәхретдинов (Рауил) яуланы. 
Г. ФӘТХУЛЛИНА.

Читайте нас