«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе башланғысы менән ойошторолған «Яңы йыл ғаилә уйындары» фестивале бер нисә йыл рәттән уҙғарылыуына ҡарамаҫтан, бер ҙә ҡыҙығын юғалтмай. Күңелле старттар балаларҙа ғына түгел, ата-әсәләрҙә лә сәм-дәрт уята. Башҡа райондарҙа нисектер, иллә-мәгәр Әбйәлилдә был сара бик дөргөн үтә һәм финалға сығыусылар менән дә аҙаҡ бик ентекле әҙерлек алып барыла. Быны йыл һайын тигәндәй республика күләмендә әбйә-лилдәрҙең еңеүсе булыуы раҫлай. Ғаилә уйындары беренсе тапҡыр уҙғарылған 2020 йылда уҡ Амангилденән Илнур, Нәйлә һәм Динислам Даушевтар, 2022 йылда Асҡарҙан Рафиҡ, Әлфиә һәм Ғәзим Уразаевтар, 2023 йылда Асҡарҙан Илһам, Эльмира һәм Әҙеһәм Килдейәровтар абсолют еңеүсе булып төп бүләктәрҙе алды. Һәм быйыл да Әбйәлил намыҫын яҡлап сығыш яһаусы Мортазиндар һынатманы.
«Яңы йыл ғаилә уйындары»нда ҡатнашырға уларҙы Салауаттың класс етәксеһе Г. И. Сафина саҡырған. Т. Кусимов исемендәге гимназияның 3-сө «б» класында гел «бишле» билдәләренә генә уҡыусы малай спорт буйынса ла алдынғы: футбол уйнарға әүәҫ, өсөнсө йыл инде билдәле тренерҙар Оксана һәм Вадим Изгиндарҙың ҡулы аҫтында көрәш төрҙәре менән шөғөлләнә. Быға тик-лем гимназияла үткән «Атай, әсәй һәм мин — спорт һө-йөүсе ғаилә» ярышында при-зер булған ғаилә уҡытыу- сының был тәҡдимен кире ҡаҡмай, класс исеменән мәк-тәптә үткән ярышта ҡатна-шырға ризалаша. Яңы йыл каникулдары Мортазиндар өсөн бик әүҙем һәм күңелле башланғыс ала: мәктәптә 7 команда араһында еңеп сыҡ-ҡас, гимназия данын район күләмендә яҡлау бурысы улар иңенә ята. Унан район буйынса 27 команда ара-һында алға сығып респуб-лика финалына үтәләр.
— Тәүге ике этапты уңышлы үткәс, республикала ла еңергә тигән ынтылыш менән ныҡышмал әҙерләндек. «Яңы йыл ғаилә уйындары»ның төп үҙенсәлеге боҙҙа уҙыуында. Шуға күрә көн дә тиерлек эштән һуң катокка йөрөнөк. Беҙҙең менән тренерҙар — гимназиянан Илнур Яхин, Амангилденән Нил Ҡужахмәтов шөғөлләнде. Улар беҙҙе һәр һынауҙы идеаль башҡарып сығыуға, етеҙерәк булырға, ваҡытты юғалтмаҫҡа өйрәтте. Былтырғы еңеүселәрҙең тәжрибә бүлешеүе лә еңеүгә ышаныс уятты. Фестивалгә әҙерләнеү үҙебеҙ өсөн дә бик фәһемле булды, саф һауала йөрөүҙең файҙаһын тойҙоҡ, артабан спорт менән дуҫ булырға тигән ҡарарға килдек. Юғиһә, эшкә, башҡа мәшәҡәттәргә күмелеп спортты онота ла башлаған инек, — ти команда капитаны булған ғаилә башлығы.
Һәм бына көтөп алынған финал да етә. Баш ҡалаға Мортазиндарҙы ДЮСШ-нан беркетелгән остаз Н. М. Ҡужахмәтов оҙатып алып бара. Күңелле эстафета теннис тубын сәкән менән йөрөтөү, обруч менән йүгереү, «Тачка», «Бобслей» һынауҙарын үҙ эсенә ала. Яҡташтарыбыҙ тәүге ярышта уҡ дәғүәселәрен байтаҡҡа артта ҡалдыра һәм, башҡаларҙа еңеүгә тамсы ла өмөт ҡалдырмай, иң яҡшы ваҡыт һөҙөмтәһе менән уйындарҙы тамамлай.
— Ғаилә уйындарында ҡатнашыу иҫ киткес шәп тәьҫораттар ҡалдырҙы. Конкурсанттар бик күп ине. Ләкин яҡшы әҙерлек, дөрөҫ билдәләнгән тактика һәм еңеп ҡайтырға тигән ҙур теләгебеҙ алдында улар көсһөҙөрәк булып сыҡты, — тип һүҙҙе дауам итә команданың мөһим бер звеноһы булған әсәй кеше.
Мортазиндар — өлгөлө йәш ғаиләләрҙең береһе. Ғаилә башлығы Азамат Өлфәт улы «Ремонт-төҙөлөш төркөмө» муниципаль ҡаҙна учреждениеһын етәкләй. Ойошма район күләмендә төрлө объекттарҙа ағымдағы ремонт, хеҙмәтләндереү эштәрен башҡара. Һуңғы объекттарын барлағанда ла әллә күпме мөһим проблемаларҙы хәл иткән улар: район хәрби комиссариатына һыу үткәргәндәр, Үтәгән башланғыс мәктәбенең ашханаһында ремонт эшләгәндәр, Гусев балалар баҡсаһының йылытыу системаһын йүнәткәндәр. Яңыраҡ уҙған 2023 йылды йомғаҡлау тантанаһында ойошма директоры райүҙәктең Көнсығыш-1 биҫтәһендә балалар баҡсаһы төҙөүгә индергән өлөшө өсөн район башлығының Рәхмәт хаты менән бүләк-ләнгән. Айгизә Сәлих ҡыҙы район хаки-миәтенең архитектура бүлегендә баш ин- женер вазифаһын биләй. Көндәре хеҙмәттә үткән пар ғаиләгә, балаларына ҙур иғтибар бүлә. Өс бала үҫтерәләр, Салауат 2-се класта уҡыусы һеңлеһе Наҙгөлгә һәм 2 йәшлек ҡустыһы Мансурға һәр яҡтан өлгө булып тора.
Емертеп эшләй ҙә, ял да итә белә Мортазиндар. Азаматтың әсәһе — Әбдел-мәмбәт ауылынан Сания Мортазина билдәле фермер. Хужалыҡтың бөтә документ эштәрен дә улы алып бара. Ял көндәрендә ауылға ҡайтып ҡул көсө менән ярҙам итеп китергә лә ваҡыт бүләләр. Ә буш ваҡытты ғаилә менән бергә үткәрәләр: конькиҙа йөрөү, бассейнда йөҙөү, тауҙарға күтәрелеү, республиканың хозур урындарына сәйәхәт итеү ғәҙәттәренә ингән. Тиҙҙән Башҡортос-тандың төньяғына – Асҡын районына юл тотасаҡтар. Унда шифаханала ял итеү мөмкинлеген улар үҙ көстәре менән яуланы.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.