Спорт
23 Февраль 2024, 12:06

Турнир Рәсәй Геройы иҫтәлегенә арналды

Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексында Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамов иҫтәлегенә һуғыш төрҙәре буйынса «Комбат» асыҡ турниры уҙҙы. Ярыш халыҡ-ара «Һуғыш сәнғәте марафоны» сиктәрендә ойошторолдо, еңеүсе исеменә 197 спортсы алышты.

Сараға «Рух» вокал-хореографик композицияһы менән «Ете ҡыҙ», «Урал ынйылары» ансамблдәренең рухлы сығышы дәртле башланғыс бирҙе. Ҡайҙа нисектер, иллә-мәгәр беҙҙең районда спорт ярыштары һәр ваҡыт тантаналы асыла. Спорттың һуғыш сәнғәте төрҙәрен үҙ итеүсе йәш быуынға ихтирам һәм киләсәккә өмөт менән өлкән ағай-апайҙары — район башлығы И. Т. Нафиҡов, уның беренсе урынбаҫары Р. Ғ. Хәлилов, мәғариф бүлеге начальнигы В. С. Абсаҙыева, Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовтың әсәһе А. М. Шакирова, Рәсәй үҙоборонаһының Комбат федерацияһы вице-президенты С. В. Ходько, хәрби комиссар М. В. Гребенщиков, райондың Почетлы гражданы В. П. Павлюкович сәләмләне. Илдар Таһир улы йәш яҡташ-тарына һәм район ҡунаҡтары булған Магнитогорск спортсыларына сәмле, ғәҙел ярыштар теләне һәм бер ыңғай асыҡ турнирҙы үткәреүҙә ҙур ярҙам күрһәткән баш судья С. В. Ходьконы, уның урынбаҫары З. З. Хажиғәлиевты хаки-миәттең рәхмәт хаттары менән билдә-ләне. Айгөл Милләт ҡыҙы улы тураһында яҡты иҫтәлек йәшәтеп ярыштар ойош-тороусыларға ғаиләһе исеменән рәхмәт белдерҙе, алдынғы спортсыларға үҙҙә-ренән шәхсән бүләктәр әҙерләп алып килеүҙәрен хәбәр итте. Вәсилә Сәғит ҡыҙы, уҡытыусы булараҡ, уҡыусыларға кем хөрмәтенә ярышта ҡатнашыуҙарын онотмаҫҡа, Тамерлан Айсар улы кеүек илһөйәр булып үҫергә, был исемде ғорурлыҡ менән телгә алырға кәрәклеген иҫкәртте һәм бөгөнгө ярышта еңеүҙәрен уға бағышлауҙарын теләне. «Әбйәлил данлы улын онотмай һәм уның менән сикһеҙ ғорурлана», — тине Максим Вален-тинович. Баш судья Сергей Ходько һәр бөйөк спортсының уңыштарға илткән юлы ошондай ярыштарҙан башлана тип турнирҙы асыҡ тип иғлан итте.
Ярыш ике дисциплинала биш йәш категорияһы буйынса уҙҙы. Ҡатнашыусы 12 спорт клубының алтауһы әбйәлилдәр ине — «Төньяҡ амурҙары», «Бөркөт», «Ба-тыр», «Ырыу», «Баш бүре» һәм «Урал». Беҙҙең спортсылар яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Үҙ категорияларында «Төньяҡ амурҙары»нан Азамат Сынбулатов, Вил-дан Өмөтҡужин, Дамир Хөбөтдинов, Мө-хәмәт Хөбөтдинов, Руслан Әбсәләмов, Ғайсар Динисламов, Юнир Дәминдаров, Данил Дәминдаров, Салауат Хәйбуллин, «Баш бүре»ләрҙән Таһир Вафин, Инсаф Муллахмәтов, Нурислам Хәсәнов, «Ырыу»ҙан Тимур Аманбаев беренсе урын яулап, алтын миҙалдар алды.
Дарья Яковлева, Динияр Ғүмәров, Рәвил Лотфуллин, Алан Әхтәров, Дмитрий Харитонов, Батырхан Нөғәмәнов, Кирилл Азанов, Рамаҙан Ағишев, Вилдан Сәйетғәлин, Ислам Ғабдуллин, Ринат Туйсурин, Илсур Ғәбитов, Родион Клюшин, Батыр Сафиуллин, Игорь Поткин, Данияр Солтанов еңеүселәр пьедесталының икенсе баҫҡысын биләне. 
Почетлы өсөнсө урынға Арслан Аллаяров, Ильяс Хоҙайбиргәнов, Фидан Ғатауллин, Динислам Ғибәҙәтов, Тамерлан Яҡупов, Алмас Өмөтҡужин, Шәйхислам Мәхмүтов, Марат Ҡорманғәлимов, Эльдар Вафин, Нургиз Түләкбаев, Арслан Мора-тов, Сыңғыҙ Шаһиев, Дамир Муллағәләмов, Данил Усманов, Фидан Хөснөт- динов, Эмиль Мурзин, Илнур Дилмөхә-мәтов, Айбулат Ғафаров, Никита Андреев, Айгиз Мәғәфүров, Ильяс Кинйәбулатов, Ирхан Сафиуллин лайыҡ булды. 
Герой әсәһе бүләк сертификаттарын «Матур һуғыш өсөн» номинацияһында Асҡарҙан Юнир Дәминдаровҡа, Магнитогорскиҙан Максим Тихоновҡа, «Иң етеҙ һуғыш өсөн»  Диас Кинжитаевҡа тапшырҙы. 
 «Платина» ЯСЙ-һы директоры Илнур Нөғәмәновтың ҡиммәтле бүләктәренә «Иң яҡшы техника өсөн» Магнитогорскиҙан биш спортсы лайыҡ булды.
Турнирҙа әүҙем ҡатнашҡан өсөн тренерҙар район хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән билдәләнде.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас