Шөкөр, сәләмәтлек өсөн ныҡ файҙалы шөғөлдө күптәр йәшәү рәүеше итә. Саңғы юлдарының ҡар-бурандар аҫтында күмелеп ҡалмауы ошо хаҡта һөйләй. Ә спортсы булараҡ мөмкинлектәрен һынап ҡарарға теләүселәр өсөн районда бер-бер артлы ярыштар үтеп кенә тора һәм улар һәр ваҡыт ҡатнашыусыларҙың күплеге менән айырыла. Бигерәк тә халыҡ араһында спортты, сәләмәт тормошто пропагандалау, балаларҙы һәм йәштәрҙе спортҡа ылыҡтырыу маҡсатында уҙғарылған “Рәсәй саңғы юлы” ярышында олоһо ла, кесеһе лә теләп ҡатнаша. Әйткәндәй, был уҙыш “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү рәүеше” федераль проекты сиктәрендә үтә.
“Рәсәй саңғы юлы” ярышы быйыл да районда ҙур майҙан йыйҙы. Асҡарҙың Юбилей урамы һәм Төньяҡ биҫтә араһындағы аҡлан һабантуй кеүек гөрләп торҙо. Көнө лә ҡышҡа хас булғанса матур ине: һыуыҡ та, ҡояшлы ла. Стартҡа баҫыусыларҙан тыш тамаша ҡылырға килеүселәр ҙә күп булды. Хатта Баймаҡ, Хәйбулла, Бөрйән райондарынан саңғысылар килеп еткәйне.
Башта уҙышҡа балалар сыҡты. Ун йәшкә тиклемгеләр 500 метрға йүгерҙе. Саңғы юлындағы тәүге ярыш спорт өлкәһендә ҙур киләсәккә башланғыс булды. Призлы урындарҙы ҡыҙҙар араһында Гөлфиә Шакирова (Аһылай), Лиана Суфиянова (Ҡаҙмаш), Эмилия Миңдейәрова (Әбделмәмбәт), малайҙарҙан – Ильяс Ҡарамышев (Бөрйән), Айназ Яҡупов (Ҡаҙмаш), Эмиль Әхмәтҡужин (Әбделмәмбәт) бүлеште.
2012-2013 йылғы ҡыҙҙар – 500 метр, малайҙар 1 саҡрымға уҙышып, иң етеҙҙәре булған Айлина Хәйбуллина, Диана Нарынбаева (Әбделмәмбәт), Нурания Махийәнова (Аһылай), Вилүр Әлибаев (Әбделмәмбәт), Рәсүл Ишмөхәмәов (Рауил), Юнир Шаһивәлиев (Ишкилде) лайыҡлы наградаларын алды.
2010-2011 йылғы үҫмерҙәр 1-2 саҡрымға ярышты. Бөрйән ҡыҙҙары Лилиә Ҡарамышева һәм Диана Мәхмүтова, Күсемдән Илина Ишбулдина, Хәйбулла егете Фидель Баймырҙин, Әбделмәмбәттән Айваз Миңдейәров, Ҡаҙмаштан Фаяз Моталов пьедестал баҫҡыстарында, ярашлы рәүештә, почетлы урындарҙы биләне.
2008-2009 йылғы мәктәп уҡыусылары араһында быға ҡәҙәр күп ярыштарҙа еңеү яулап яҡшы дандары сыҡҡан саңғысыларыбыҙ һынатманы. 2 саҡрымлыҡ дистанцияла Ҡаҙмаш мәктәбе ҡыҙҙары Фәриҙә Бикҡужина, Дилара Хөснитдинова һәм Әлфинә Зарипова ғорур алдынғылыҡ менән еңеүгә иреште. Егеттәр араһында (3 саҡрым) беренсе һәм өсөнсө урындарҙы ҡаҙмаштар – Нурислам Яҡупов менән Ильяс Мөхәмәтов бүлеште. Финиш һыҙығын икенсе булып Әбделмәмбәт мәктәбенән Ансар Ильясов үтте.
Балаларҙың йәше ҙурайған һайын дистанция алыҫая барҙы. Мәҫәлән, 2006-2007 йылғы үҫмерҙәргә 3-5 саҡрымға уҙышырға тура килде. Призлы урындарҙы Айгүзәл Зыяева (Ҡаҙмаш), Наҙгөл Дауытова (Әбделмәмбәт), Искәндәр һәм Данил Низаметдиновтар (Баймаҡ), Урал Ҡаһарманов (Ҡаҙмаш) бүлеште. Мәктәп уҡыусыларының һәйбәт техникаға һәм тиҙлеккә эйә булыуҙары, яҡшы формала булыуҙары артында, әлбиттә, даими күнекмәләр, тренерҙар эше ята. Киләсәктә тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәр көтһөн ныҡышмал йәш спортсыларыбыҙҙы!
Өлкәндәр араһында дистанциялар оҙонлоғо, киреһенсә, йәш олоғайған һайын ҡыҫҡараҡ булды. 18-29 йәшлектәр категорияһында өс кеше генә ярышһа ла, улар үҙҙәренә тәғәйен 3-5 саҡрымды лайыҡлы үтте. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан Гүзәлиә Дәүләтова (Рауил) һәм Эльза Бәҙретдинова (Күсем), ир-егеттәрҙән Салауат Шаһивәлиев (Ишкилде) призлы урындарҙа билдәләнде. 30-39 йәшлектәр араһында (5 саҡрым) Сибайҙан Илнур Ғәзизов һәм Дәүләттән Илнур Әхмәров, 40-49 йәшлектәр араһында (2-3 саҡрым) Рәзилә Ғәниева (Асҡар), Рәфис Вәлиев (Ишҡол) үҙҙәренең еңеүле фиништарына елдереп килде. 50-59 йәшлектәр категорияһында Миләүшә Хәлилова (Рауил), Зөлфиә Шаһивәлиева (Асҡар), Хәйҙәр Мөхәмәтдинов (Рауил), Азамат Әғзәмов (Асҡар), Рәшит Хәйбуллин (Күсем) 1-3 саҡрымлыҡ уҙыштарҙа призлы урындар яуланы. Стартҡа сығыусылар араһында 60-69 йәш арауығындағы саңғысылар ҙа байтаҡ ине. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан Асҡарҙан Клара Бикбова һәм Фәүзиә Шәрипова 1 саҡрымлыҡ дистанцияны үтеп алтын-көмөш наградаларҙы алһа, ир-уҙамандар араһында 2 саҡрымға Риф Ғиззәтов (Асҡар), Фәйезйән Тайсин (Әбделмәмбәт), Хәйҙәр Моталлапов (Баймаҡ) иң етеҙҙәре булды.
Йыл һайын бер саңғы ярышын да ҡалдырмаған, хатта үҙе лә ойоштороусы булған Ҡужандан мәғариф ветераны Клара Абдуллина һәм ярышырға тип Баймаҡтан килеп еткән Әхәт Байсурин спорт менән дуҫ булғанда 70 йәште уҙғанда ла дәрт-дарман һүрелмәүен, көс-ҡеүәт ташламауын дәллиләне. Улар муйындарына лайыҡлы миҙалдарын тағыуҙан тыш, “Рәсәй саңғы юлы – 2024” спорт фестиваленең иң оло ҡатнашыусылар булараҡ та билдәләнде. Ә иң йәш саңғысылар тип Әбделмәмбәттән Диана Нарынбаева һәм Дәүләттән Артем Мөлөков нарыҡланды. Үҙ категорияларында беренсе урын яулаған әсәле-ҡыҙлы Рауилдән Миләүшә Хәлилова һәм Гүзәлиә Дәүләтова үҙҙәре менән өсөнсө быуын саңғыһын да алып килгәйне, ул – Гүзәлиәнең 1,5 йәшлек улы Ислам, малай әлегә ярышҡа сыҡмаһа ла, бәләкәй саңғыларында бик ышаныслы баҫып тора. Көн һыуыҡ булыуына, сара оҙаҡ барыуына ҡарамаҫтан, буласаҡ чемпион бер ҙә мыжымай әйлә-тирәһендәгеләрҙе ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Ярыш йомғаҡтары буйынса бөтә еңеүселәр һәм призерҙар грамота, миҙал һәм статуэткалар менән бүләкләнде.
Ҙур спорт байрамында икенсе йыл рәттән район балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнашты. Улар үҙ-ара эстафетала ярышты. Ағымдағы сараға Асҡарҙан “Ҡайынҡай”, “Тирмәкәй”, “Сулпылар”, “Миләш” һәм Красная Башкириянан “Тирмәкәй” баҡсалары командалар ҡуйҙы. Өс этаптан торған эстафетала ҙур ваҡыт айырмаһы менән Красная Башкирия командаһы еңеү яуланы. Икенсе урын өсөн алыш финишҡа тиклем ҡыҙыу барҙы һәм “Ҡайынҡай” командаһы саңғысыһы беренсе булып килде. “Сулпылар” коллективы призлы өсөнсө урынға ҡәнәғәт ҡалды. Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең район профсоюз ойошмаһы бүләктәр әҙерләгәйне. Асҡарҙың “Тирмәкәй” баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре лә “Еңеүгә ынтылыш өсөн” номинацияһында билдәләнде.