Бынан 80 йыл элек СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы Указы менән немец илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә командование ҡушҡан хәрби заданиены үҙ ғүмере хаҡы менән ҡаһармандарса өлгөлө үтәгәне өсөн гвардия лейтенанты Рәүеф Дәүләтовҡа Советтар Союзы Геройы исеме (үлгәндән һуң) бирелә. Тыуған ил азатлығы өсөн Бөйөк Ватан һуғышында башын һалған, 27 йәшендә генә Герой булған яҡташыбыҙҙың батырлығы онотолмай, ауылдаштары күңелендә уның өсөн ғорурлыҡ хисе кәмемәй. Герой биргән Хәлил ауылында боҙ майҙансығы төҙөлгәне бирле йыл һайын уның яҡты иҫтәлегенә хоккей ярышы уҙғарыла. Традицион ярыштың күсмә кубогы ла бар.
Быйылғы турнирҙа биш команда ҡатнашты. Майҙан хужалары, райондың Атауҙы, Буранғол, Ишбулды ауылдары хоккейсылары һәм Бөрйән районынан килгән команда араһында күсмә кубокка уйын бик көсөргәнешле барҙы. Шулай буламай ни: матч иң көслө командалар араһында уҙҙы! Уйынсылар яҡшы физик әҙерлеге, командала эшләй белеүе һәм шәхси оҫталыҡтары менән айырылып торҙо. Көйәрмәндәр һәм тамашасылар өсөн мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы уйын күрһәттеләр.
Һөҙөмтәлә “Ахай” командаһы еңеүсе булып, кубокты алды. Ишбулды ауылында күптән түгел хоккей майҙансығы асылыуы ағымдағы миҙгелдә команданың һөҙөмтәле уйындарында сағыла. Хәлилдәр икенсе урын яуланы. Атауҙылар өсөнсө урынға сыҡты.
Ярыштың иң яҡшы уйынсылары билдәләнде. Атауҙынан Ғәлим Ишмөхәмәтов “Иң яҡшы һаҡсы”, Ишбулдынан Вилнур Ғүмәров “Иң яҡшы ҡапҡасы” номинацияларында бүләкләнде. “Иң яҡшы һөжүмсе” исеме Бөрйән егетенә бирелде.
Еңеүселәр һәм призерҙарҙы Хәлил ауыл биләмәһе башлығы А. Б. Хәйбуллин һәм ярышты ойоштороусы Рәфис Дәүләтов тәбрикләне. Грамоталар, миҙалдар һәм бүләктәр үҙ геройҙарын тапты.