Ни тиһәң дә, ат ярыштары — мауыҡтырғыс тамаша, йылдың ниндәй миҙгеле булыуына ҡарамаҫтан, сапҡын аттары ярышын ҡарарға ат яратыусылар, бәйгеләргә битараф булмағандар һәр саҡ күп йыйыла. Ҡояшлы матур торған был көндә лә ололар, йәштәр менән балалар ҙа күп килгәйне.
Ат сабыштары ла йыш үткәрелеп тороуға ҡарамаҫтан, мәҫәлән, ике аҙна элек кенә бындай ярыштар Таштимер ауылында ойошторолғайны, бәйгегә сығыусылар ҙа күп булды. Таштимер һәм Дәүләт ауыл биләмәләре йылҡысылары район йылҡысылары, эшҡыуарҙар ярҙамында «Ирәндек» башҡорт тоҡомло аттарын үрсетеү һәм һаҡлау хәйриә фонды менән берлектә ойошторолған ҡышҡы бәйгелә йөҙлә-гән ат ҡатнашты, ярыштарҙа әбйәлилдәр- ҙән тыш, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Йылайыр, Учалы, Архангел, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән дә һыбайлылар булды.
Спорт байрамын асып, Әбйәлил рай-он башлығы урынбаҫары Ғәлим Солтанов йыйылыусыларҙы байрам менән тәбрикләне, районда йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү тәңгәлендәге үҙгәрештәр, яңылыҡтар менән таныштырҙы.
— Бындай ат ярыштары ат спортын үҫтереүгә булышлыҡ итә, сөнки бәйгеләрҙә беҙҙең аттар башҡаларҙан әлегә ҡалыша, — тине ул.
«Ирәндек» фонды директоры А. Ғ. Ишмөхәмәтов фондтың эшмәкәрлеге хаҡында һөйләп үтте.
— Башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлап ҡалыу өсөн уларҙы иҫәпкә алыу ғына түгел, генетик анализ йүнәлешендә фән-ни эш алып барыла. Шулай уҡ атҡа ҡымыҙ һәм ит сығанағы итеп кенә ҡарамайынса, ат спортын үҫтереүгә лә ҙур иғтибар би-релеүе ҡыуаныслы. Был тәңгәлдә респуб-лика етәкселеге, ассоциациялар һәм берләшмәләрҙең берлектә эш алып ба-рыуы ыңғай һөҙөмтә бирә. Бөгөнгө бәйге буласаҡ «Башҡорт аты» фестиваленә әҙерлек тә, — тине Айнур Ғүмәр улы һәм ҡышҡы бәйгене ойошторған әбйәлил-дәргә оло рәхмәтен еткерҙе.
Бәйгене ойоштороусылар исеменән һүҙ алған Ҡушыйҙан шәхси эшҡыуар Ильяс Һибәтов фекерҙәштәренә, ярышты ойоштороуға ярҙам иткән һәр кемгә рәхмәт һүҙҙәрен белдереп, бәйгеселәргә уңыштар теләне.
Бөтәһе биш заезда иң шәп сапҡан, йылғыр аттар асыҡланды. Ярыштың приз фонды ла елле ине: тәүге урындарға башҡорт тоҡомло биш ҡолон һәм 100 мең һум аҡса ҡуйылды. Шуға ла призлы урын өсөн көрәш тә көсөргәнешле булды, әлбиттә.
Тәүге заезда ике йәшлек башҡорт тоҡомло аттар 1200 метрлыҡ дистан-цияла уҙышты.
Икенсе заезда ла дистанция — 1200 метр булды, бында үҙ-ара бәйгегә бөтә тоҡомло аттар баҫты. Өс йәшлек башҡорт аттары 3000 метрлыҡ арауыҡта көс һынашты. Дүрт йәштән өлкән булған баш-ҡорт тоҡомло аттар 5000 метрлыҡ дистан- цияла ярышты. «Оҙон бәйге»гә бөтә төр аттар сыҡты, иң күп аттар ҡатнашҡан был заезда 6000 метрлыҡ дистанцияны үтеү шарт ине.
Артабан санаға егелгән эш аттарында сабыштылар. Был аттар сабышып 5000 метр арауыҡты кемуҙарҙан уҙҙы.
Һәр заезда көйәрмәндәрҙең көслө алҡышлауы, еңеүгә әйҙәүҙәре һыбайлыларҙы тағы ла дәртләндерә төштө.
Бөтә заезда ла иң шәп һөҙөмтә күрһәтеп, беренселекте яулағандар Әбйәлил йылҡысылары — Ильяс Һибәтов, Мирхәт Рәжәпов, Заһир Ғәлиуллин, Салауат Баһаув һәм Фуат Талипов биргән ҡолон менән бүләкләнде. Майҙан хужалары бәйгеләрҙә һынатманы, өс заезда тәүге урындарҙы яулап, өс ҡолондо Әбйәлилдә ҡалдырҙы. Бер ҡолон Ейәнсураға (һыбайлыһы Илһам Хөсәйенов) китһә, тағы бер ҡолондо финишты тәүге булып үткән Баймаҡтан Илсен Мөхәмәтшин алып ҡайтты. Ильяс Һибәтовтың һыбайлыһы Сергей Айсенов икенсе заезда һәм «Оҙон бәйге»лә еңеү-се булды. 3000 метрлыҡ дистанцияла Әбйәлил егете Илнар Таһировҡа (ат хужаһы Заһир Ғәлиуллин) тиңләшеүсе табылманы.
Икенсе-өсөнсө урын алғандар аҡсалата бүләктәргә лайыҡ булды.
Ярышты ойоштороусыларҙы «Ирәндек» хәйриә фонды Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
Ярыштарҙы Сибай балалар ижад йорто директоры Фәрүәз Рафиҡов күңелле итеп алып барҙы.
Ошо уҡ майҙанда Салауат Баһаув һәм Әбйәлил йылҡысылары тарафынан ойошторолған атта һыбай килеш мәргәнлеккә ярыш та үҙ көйәрмәндәрен йыйҙы. Беренсе төркөмдә оҫта уҡ атыусылар үҙ-ара ярышһа, икенсеһендә уҡтан тәүге тапҡыр атып ҡарарға теләүселәр көс һынашты.
Оҫта уҡсылар араһында райондашы-быҙ Нуриман Хәйруллин иң мәргәне тип табылды, икенсе урынды Учалынан Илназ Үҙәнбаев яуланы, Өфө ҡыҙы Раушания Сабитова өсөнсө урында билдәләнде.
Был спорт төрөндә үҙҙәрен тәүге тапҡыр һынаусылар араһында өс призлы урын да әбйәлилдәрҙә: Тупаҡтан Салауат Баһаув, Салауаттан Батыр Әхмәтйәнов һәм Байымдан Фидан Ғилметдинов еңеүселәр тип табылдылар
Сараны ойоштороусылар бәйгеселәрҙе һәм көйәрмәндәрҙе эҫе сәй һәм былау менән һыйланы. Байрам барыһына ла шәп кәйеф бүләк итте, һәр кем тәбиғәт ҡосағында ял итеп, күңеле күтәрелеп ҡайтты.
Рәмилә ИСТАНБАЕВА.