Спорт
8 Март 2024, 05:01

Күңелле ял иттеләр

Хәлил ауылының хоккей майҙансығында мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре быйма кейеп, сәкән һуҡты

«Ҡурҡаҡ хоккей уйнамай» түгел, кемдә быйма юҡ, шул уйнамай. Был шаяртыу, әлбиттә. Ауыл ерендә һәр кемдә был йылы аяҡ кейеме бар. Тик ҡыйыуҙар һәм был спорт төрөн үҙ иткәндәр хоккей майҙансығына атлығып тора. Быймала хоккей уйнау ысынлап та һуңғы йылдарҙа матур йолаға әйләнде. 
Яҙҙың тәүге көнөндә, март айының сағыу ҡояшы нурҙарын мулыраҡ һипкәнгә, кәйефтәре байрамса, күңелдәре күтәренке ине спорт сараһына йыйылған тәрбиәселәрҙең. Ауылдың хоккей майҙансығы күңелле көйҙәрҙән, көйәрмәндәрҙең уйынсыларҙы дәртләндергән тауыштарынан яңғырап торҙо. Ярышта бөтәһе 8 команда ҡатнашты. Йәнле сараны Хәлил, Әбделмәмбәт, Мәхмүт һәм Ишҡол мәктәпкәсә белем биреү учреж-дениеларының методик берләшмәһе ойошторҙо.
Турнир көсөргәнешле һәм ҡыҙыу барҙы, һәр команда үҙенең ныҡышмал икәнен күрһәтте, бер кем дә дәғүәсеһенә бирешергә теләмәне. Мауыҡтырғыс уйында Асҡар методик берләшмәһенә етеүсе булманы. Икенсе урында Красная Башкирия методик берләшмәһе булһа, өсөнсөлә — таштимерҙәр. Еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды, ҡалған командалар номинация буйынса почет грамоталары менән бүләкләнде.
— Был матур йолаға әүерелгән уйында беҙҙең Әбйәлил ауылы балалар баҡсаһы коллективы быйыл да әүҙем ҡатнашып өсөнсө урын яуланы. Саф һауала рәхәтләнеп, кинәнеп уйнау, матур аралашыу, дуҫлыҡ мөхите, күңелле ял — бында ҡатнашҡан һәр кемдең йөҙөнә сыҡҡайны. Был дәртле, сәмле уйында беҙ үҙебеҙҙең спорт яратыуыбыҙҙы һәм файҙалы ялға өҫтөнлөк биреүебеҙҙе йәнә бер ҡат иҫбатланыҡ, — ти «Ҡояшҡай» балалар тәрбиәсеһе Земфира Хәсәнова.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, уйынға әҙерлек сиктәрендә «хоккейсылар» эштән һуң Хәлил ауылының майҙансығына көн дә хоккей уйнарға йыйылғандар.
— Ошондай саралар коллективты берләштерә, хеҙмәткәрҙәр бер команда булып уйнап, берҙәмлеккә һәм татыулыҡҡа өйрәнә. Район мәғариф бүлегенә, мәғариф хеҙмәткәрҙәренең профсоюз ойошмаһына турнирҙы үткәреүҙә ярҙам иткәндәре өсөн ихлас рәхмәт белдерәбеҙ, — тиҙәр улар.
Килгән ҡунаҡтар яҙ миҙгеленә, башҡорт ғаиләһе көнөнә, китаптарға арналған Хәлил ауыл китапханаһы әҙерләгән квизда ҡатнашырға ла өл-гөрҙөләр. Балаларҙы милли рухта тәрбиәләүсе, ғаилә ҡиммәттәрен йәш быуынға еткереүсе тәрбиәселәрҙең күңелендә спартакиада матур тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Г. НИҒМӘТУЛЛИНА.

Читайте нас