-3 °С
Ҡар
Рәсәй президенты Владимир Путин Өфөлә «Рәсәй — спорт державаһы» халыҡ-ара спорт форумын уҙғарыу тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйған.
Рәсәй Федерацияһы хөкүмәтенә форумды ойоштороу бурысы йөкмәтелгән.
Башҡортостан хөкүмәтенә «Рәсәй — спорт державаһы» халыҡ-ара спорт форумына әҙерләнеүҙе һәм уны үткәреүҙе тәьмин итеү, шул иҫәптән республика бюджетынан ошо маҡсат өсөн сығымдарҙы финанслау буйынса саралар күрергә ҡушылған.
Рәсәй президентының бойороғо уға ҡул ҡуйылған көндән, 2024 йылдың 18 мартынан үҙ көсөнә ингән.