-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Май , 15:20

Өфөлә Бөтә Рәсәй ярыштары үтәсәк

Киләһе йылдың башында Өфөлә биатлон буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары уҙғарыла. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Өфөлә Бөтә Рәсәй ярыштары үтәсәк
Өфөлә Бөтә Рәсәй ярыштары үтәсәк

Башҡортостандың Спорт министрлығы Рәсәйҙең Биатлонсылар союзына һылтанма менән белдереүенсә, Киләһе йылдың башында Өфөлә биатлон буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары уҙғарыла.

Яңы миҙгелдә ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында биатлон буйынса ярыштар 2025 йылдың 10-17 февралдә үткәрелә. Башҡортостандың баш ҡалаһында спринт, эҙәрлекләү ярышы һәм масс-старт ҡаралған.

Әйткәндәй, Рәсәйҙең Биатлонсылар союзы уҙған миҙгелгә яһаған йомғаҡтары буйынса Өфө биатлонсыһы Эдуард Латипов иң яҡшыһы тип табылған.

Билдәле булыуынса, беҙҙең республикала спорттың төрлө төрҙәрен үҫтереүгә, шуның менән сәләмәт йәшәү рәүешен, спортты пропагандалауға ҙур иғтибар бирелә, спорт комплекстары һалына, Рәсәй кимлендәге ярыштар йыш уҙғарыла. Былар барыһы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә башҡарыла.

Автор:
Читайте нас: