Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында Рәсәй Спорт министрлығының стендын асыу сиктәрендә Өфөлә XII “Рәсәй – спорт державаһы” халыҡ-ара спорт форумын үткәреү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Сара 2024 йылдың көҙөндә баш ҡалабыҙҙың Көрәш һарайында үтәсәк.
Килешеү берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы һәм форумға әҙерлек, уның эшлекле һәм спорт программаларын формалаштырыу менән бәйле төрлө саралар үткәреүҙе күҙ уңында тота.
Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Дмитрий Чернышенко үҙенең сығышында 2030 йылға илебеҙҙәге халыҡтың 70 проценты спорт менән шөғөлләнергә тейеш, тип билдәләне.
Рәсәйҙең спорт министры Михаил Дегтярев әйтеүенсә, Башҡортостан спортты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә, шуға ла республика “Рәсәй – спорт державаһы” форумын үткәреү хоҡуғын лайыҡлы алған.
Был “Дмография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проекты нигеҙендә торомшҡа ашырыла.