Типһә тимер өҙөрлөк йәш, батыр егеттәребеҙҙең беҙҙең тыныслығыбыҙҙы һаҡлап, махсус хәрби операцияла һәләк булыуы аяныслы. Беҙҙең бурыс – уларҙы онотмау, батырҙарҙың исемен мәңгеләштереү. Нәҡ ошо маҡсатта ойошторола ла инде батырҙар иҫтәлегенә арналған саралар.
Хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған офицер, гвардия лейтенанты Таминдар Ғәлиуллин иҫтәлегенә арналған мини-футбол буйынса район турниры икенсе йыл рәттән ойошторолдо. Сараның инициаторы һәм бағымсыһы – батырҙың әсәһе Дилә Ҡасим ҡыҙы һәм хәрби-патриотик спорт үҙәге. Шулай уҡ район хакимиәте һәм «Ватанды һаҡлаусылар» фонды ярҙамында үткән турнирҙа Әбйәлил, Хәйбулла, Баймаҡ, Бөрйән райондарынан барлығы 13 команда ҡатнашты.
Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары уйнауы турнир асылыуын белдерҙе. Амангилденән Наҙгөл һәм Роза Сәйфетдиновалар “Һуғышты туҡтатығыҙ!” йырын үҙәккә үтеп инерлек итеп башҡарҙылар.
Таминдар Ғәлиуллинға 16 июлдә 26 йәш тулыр ине. Ул 7 йәшенән спортҡа ылыға, “Батыр” спорт-һауыҡтырыу комплексының әүҙем спортсыһы күп еңеү- ҙәргә өлгәшә. Киләсәген хәрби хеҙмәт менән бәйләргә ҡарар иткән Таминдар Асҡар урта мәктәбен тамамлағас, генерал Андрей Хрулев исемендәге матди-техник тәьминәт хәрби академияһының филиалы булған Омск автобронетанк инженер институтында һөнәр үҙләштерә. Юғары белемле хәрбигә лейтенант званиеһы бирелә. Таминдар Таһир улын взвод командиры итеп тәғәйенләйҙәр. Артабан яҡташыбыҙ Тоцк-2 хәрби часенә танк батальонын тәьмин итеү төркөмө начальнигы итеп ебәрелә. Махсус хәрби операция башланыу менән шул уҡ көндө ил һағына баҫа. 2022 йылдың 17 авгусын- да Луганск өлкәһенең Белогоровка ауылы янында барған ҡаты бәрелештә батырҙарса һәләк була. Үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены һәм “Генерал Шайморатов” миҙалы менән бүләкләнә.
Турнир башланыр алдынан сарала ҡатнашыусылар бер минут тынлыҡ менән батырҙы иҫкә алдылар.
– Бөгөн ял көнө булыуға ҡарамаҫтан спорт һөйөүселәрҙең бында йыйылыуы, ҡайһы берәүҙәрҙең “хәҙер йәштәр әүҙем түгел” тигән һүҙҙәрен инҡар итә. Беҙҙең патриот йәштәр ҡулдарына ҡорал тотоп, алғы һыҙыҡта көрәшә һәм спортта ла тыуған илдең абруйын күтәрә. Ял көндәрен файҙалы үткәргән йәштәргә ҡеүәт һәм уңыштар теләйем, – тине сараны асып, район хакимиәтенең социаль үҫеш бүлеге начальнигы Гөлдәр Рәхимова.
Гөлдәр Әхмәҙулла ҡыҙының “Батыр” спорт-һауыҡтырыу комплексына Тамин- дар Ғәлиуллиндың һәм “Уңыш” стадионына Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовтың исемен биреү тәҡдименә спортсылар һәм ҡатнашыусылар ихлас ҡултамға йыйҙылар.
– Бөгөн Таминдар беҙҙең менән, – тине батырҙың әсәһе Дилә Ҡасим ҡыҙы күҙ йәштәре аша һәм спортсыларға уңыштар теләне.
Көсөргәнешле ярышта беренсе урынды “Аманат” командаһы яуланы, “Цемикс” һәм “Асҡар” командаһы икенсе-өсөнсө урындарҙы бүлеште. Турнирҙың призер- ҙары миҙалдар, грамоталар, кубоктар, шулай уҡ, аҡсалата приздар менән бүләкләнде. “Аманат”тарға бүләктәргә өҫтәп, Таминдар Ғәлиуллин исемендәге күсмә кубок тапшырылды. Илгәр Рәғимов “Иң шәп ҡапҡасы”, Александр Докупин “Иң шәп һөжүм итеүсе”, Заһир Атанғолов “Иң шәп һаҡсы”, Алексей Новиков “Иң шәп уйынсы”, Рәфис Үҙәнбаев “Иң яҡшы бомбардир” тип табылды, уларға маҡтау ҡағыҙҙары һәм бүләккә футбол туптары бирелде.
Гөлнара ШАКИРОВА.