+2 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Август , 16:15

Район спортсылары физкультурниктар көнөн билдәләне

Спортсыларҙы берләштергән байрам “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексында тантаналы асылды.

Район спортсылары физкультурниктар көнөн билдәләне
Район спортсылары физкультурниктар көнөн билдәләне

Сарала ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары В. Ф. Ғафаров тәбрикләне.  Ул спорттың төрлө өлкәләрендә республика, ил кимәлендә ҙур ҡаҙаныштар яулап,  районды данлаған спортсыларға рәхмәт белдерҙе.

-Физик культураны һәм спортты үҫтереү республикала сәләмәт йәмәғәт һәм халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреүгә булышлыҡ итә. Беҙҙә спорттты ололар ҙа, йәштәр ҙә, уҡыусылар ҙа үҙ итә. Быны төрлө кимәлдә яулаған еңеүҙәр дәлилләй, – тине Вадим Фәнил улы һәм дәүләт йәштәр сәйәсәтен өлкәһендә төбәк, федераль, халыҡ-ара программа һәм проекттарҙы бойомға ашырыуҙа өлгәшкән ҡаҙаныштары һәм спорттың халыҡ төрҙәрен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн район балалар-үҫемрҙәр спорт мәктәбенең тернер-преподавателе Нуриман Хәйруллинға   БР Дәүләт Йәштәр комитетының Рәхмәт хаты менән бүләкләне.

Районда физик культураны һәм спортты үҫтереүгә ҙур өлөш  индергән, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған өсөн Заһир Ғиниәтов,  Вил Әбдрәхимов, Нуретдин Ишмөхәмәтов, Лилиә Шафиҡова, Лилиә Манапова район хакимиәтенең Рәхмәт хатына лайыҡ булды.

 Артабан баскетбол, волейбол, армрестлинг, гер спортын һөйөүселәр –үҙ-ара ярышты. Һәр спорт төрөндә еңеүселәр дипломдар һәм кубоктар менән бүләкләнде.ә

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: