“Ырыу” хәрби-патриотик спорт үҙәге егеттәре Вадим Ғәлин, Азамат Амангилдин, Ринат Мәхмүтов, Васил Баязитов турнирҙы ойоштороусы һәм бағымсы булып сығыш яһаны. Шулай уҡ, инициаторҙарҙың береһе Филүстең атаһы Зөлфәр Мозафар улы булды. Сарала район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары Вадим Ғафаров менән Артур Дәүләтбаев, «Ватанды һаҡлаусылар» фонды вәкилдәре Дилә Ғәлиуллина, Илнур Ҡарабулатов, Йәнгел ауыл биләмәһе башлығы Рөстәм Ҡадиров, Ҡоролтайҙың Урал аръяғы райондары кураторы Хәлил Рәхмәтуллин, Ғәлим Усмановтың атаһы, ҡатыны Гөлнәзирә, улдары Ибраһим, Исмәғил, Искәндәр, Филүс Ҡаһармановтың атаһы, туғандары ҡатнашты. Турнирҙа ҡатнашыусыларҙы, яугирҙәрҙең атайҙарын, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай парламенты, «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды исеменән Гөлнур Ҡолһарина сәләмләне.
– Үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү беҙҙең үҙебеҙҙән башланырға тейеш. Алғы һыҙыҡта йөрөгәндәрҙе өйҙә көткәндәргә һәм һәләк булғандарҙың ата-әсәләренә көс, сабырлыҡ, түҙемлек теләйем. Бөгөн беҙгә берҙәмлек кәрәк. Беренсе йәмәғәтсе ҡатын-ҡыҙ – Рабиға Ҡушаева исемендәге “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалы 7 йыл элек булдырылғайны, илгә батыр улдар, ысын патриоттар тәрбиәләгән, улдарын юғалтып та ауырлыҡтарға баш эймәгән әсәләргә был миҙалды тапшырабыҙ. Быйыл минең тәҡдимем буйынса Һәләк булған яугирҙәрҙең аталарының берләшеп ирекмәнлек эшмәкәрлеге алып барыуы, һалдаттарға гуманитар ярҙам күрһәтеүе, йыш ҡына яугирҙәргә ярҙам итеү өсөн фронтҡа килгән осраҡтары күп. Ошондай һынмаған, һығылмаған атайҙарға был миҙал беренсе тапҡыр 20 октябрҙә – Атайҙар көнөндә тапшырыласаҡ, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, филология фәндәре докторы Гөлнур Ҡолһарина.
Махсус хәрби операция биләмәһенән ҡайтҡан имам-ахун Хәмзә хәҙрәт Хафизов турнирҙа ҡатнашыусыларға именлек теләне. “Батырҙарыбыҙ үлмәне, улар мәңгелек ожмах түрендә. Мин МХО яланында йөрөгән яугир егеттәргә доға яҙылған мосолман байраҡтарын даими
тапшырам, бөгөн яуҙа һәләк булған егеттәрҙең яҡындарына ла бүләк итәм”, – тип байраҡтар тапшырҙы.
Батырҙарҙы иҫкә алабыҙ
Атауҙы ауылында тыуып үҫкән сержант Ғәлим Әғләм улы Усманов, инженертехника батальонының юл техникаһы отделениеһы командиры, Украинала барған махсус операция барышында батырҙарса һәләк була. Биргән антына тоғро ҡалып яҡташыбыҙ батырлыҡ, илһөйәрлек өлгөһө күрһәтә. Ҡаһарман яугирҙең спорт өлкәһендәге – футбол, баскетбол, милли көрәш, волейбол, ауыр атлетика буйынса ла өлгәшкән ҡаҙаныштары бик күп була.
Турнирға Ғәлим Усмановтың ҡатыны Гөлнәзирә Миҙхәт ҡыҙы өс улы менән килгән ине.
Улдары 12 йәшлек Исмәғил менән 10 йәшлек Ибраһим башҡорт гимназияһында уҡыйҙар, атаһы һәләк булғандан һуң тыуған Искәндәргә хәҙер 2 йәш. Юғары белемле педагог Гөлнәзирә Миҙхәт ҡыҙы йөрәк түренән сыҡҡан тойғолары менән бүлеште.
– Өс йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң, 2010 йылда өйләнештек. Ғәлимдең хәрби стажы ҙур, Әлкәлә 20 йыл хәрби частә хеҙмәт итте. Өфө ҡалаһынан фатир ҙа биргәйнеләр, оҙаҡ матур итеп йәшәргә яҙманы. МХО-ның беренсе көнөнән Ғәлимде бер төркөм егеттәр менән
командировкаға ебәрҙеләр. Ул ауырлыҡтарға бер ваҡытта ла зарланманы. Биргән антына ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем тоғро ҡалды. Мин герой ҡатынымын, быны ғорурланып әйтәм. Балаларға өлгөлө атай булды, улдарыбыҙ алдында уның абруйы ҙур. Ул көслө, батыр, эшһөйәр, бик яуаплы, тәртип яратыусы кеше булды. Батыр иремә тормошомда
булғаны өсөн, балаларыбыҙ өсөн рәхмәтлемен. Ул минең йөрәгем, йәнем, мөхәббәтем”, – тине күҙ йәштәрен йәшермәйенсә. Әғләм Закирйән улы Усманов: “Улымды ысын батыр итеп үҫтергәнемә ҡыуанам. 20 йыл хеҙмәттән һуң һәләк булды. Уның иҫтәлегенә ошо сараны үткәреүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт”, – тине тешен ҡыҫып түҙгән атай.
Филүс Ҡаһарманов Атауҙы ауылында тыуған. Иретеп йәбештереүсе һөнәрен алғас, ул Ижевск ҡалаһында хеҙмәт юлын башлай, һуңынан районға “Газпромраспределение” ойошмаһына эшкә ҡайтҡан. Ҡустыһы әрменән һуң хәрби контракт төҙөп, махсус хәрби операцияға киткәс, Филүс тә уның янына барырға ҡарар итә. Ҡаты бәрелештә ҡустыһы яу яланынан сыҡмағас, ағаһы уның артынан инеп китә. Яраланған ҡустыһын яугирҙәр алып сыға, ләкин, үкенескә ҡаршы, Филүс һәләк була. Филүстең атаһы Зөлфәр Ҡаһарманов уландарҙың иҫтәлегенә арналған турнирҙа ҡатнашыусыларға, ҡатынҡыҙҙар советына, Тәлғәт Ишбулатов, Урал Усманов һәм Рөстәм Сәлиховҡа, бағыусыларға һәм башҡаларға рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров үҙенең сығышында, илдәң хәҙерге хәле йәштәрҙе ысын мәғәнәһендә патриотик тәрбиәләү менән шөғөлләнергә уникаль мөмкинлек бирә, тип билдәләне.
— Бер яҡтан — бындай тәрбиәгә ихтыяж ҙур, икенсе яҡтан — был эште профессиональ кимәлдә үтәү, уны тейешле кимәлгә күтәреү өсөн мөмкинлектәр бар. Сөнки йәштәр ата-әсәләренең, күршеләренең, туғандарының, яҡындарының аныҡ миҫалдарында ил тормошондағы ҡатмарлы мәлдең һәр ғаилә тормошонда ни тиклем тәрән сағылыш тапҡанын, ысын патриоттың кем икәнен һәм илһөйәрлек ни тиклем мөһим икәнен аңлай, - тине Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.
Ярыш барышында
«Ватанды һаҡлаусылар» фондының социаль координаторы Дилә Ғәлиуллина үҙенең кисерештәре менән бүлеште: “Таминдар төшөмә инде: “Әсәй, минең эшемде дауам ит. Беҙҙең егеттәргә, үҙең һымаҡ әсәйҙәргә ярҙам ит”, – тине. Шул ваҡытта эште нимәнән башларға белмәй, әсәйҙәр менән йәмәғәт эшен башлап йөрөгәндә, мине “Ватанды һаҡлаусылар” фондына саҡырҙылар. Мин ихлас эшкә тотондом. Улымдың рухына бағышлайым бөтә эштәремде. Батырҙарҙың әсәләре менән, МХО-ла йөрөгән егеттәр менән
аралашам, ярҙам ойошторам. Егеттәр үҙҙәре лә шылтыратып хәлемде белешеп торалар, аралашабыҙ. Үҙем дә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙермен.” Азамат Амангилдин, МХО ветераны,
“Ырыу” хәрби-патриотик спорт үҙәге ағзаһы:
– Беҙ хәрби хәрәкәттәр ветерандары грант эштәрен үҫтереүгә булышлыҡ
итәбеҙ. Күп спорт ярыштарына бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтәбеҙ, бергә үткәрәбеҙ. Ауылдарҙа йәштәргә ялдарын файҙалы үткәрергә ярҙам итәбеҙ. Һәр ауыл биләмәһендә үҙебеҙҙең егеттәр бар, улар менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ. Әле, уҡыу йылы башланырға торғанда, Хәмит, Буранғол, Амангилде, Үтәгән, Ҡаҙмаш, Юлдаш, Таҡһыр ауылдарында
ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләрҙән булған 1-7-се класс балаларын мәктәп кәрәк-яраҡтары тултырылған 35 рюкзак менән тәьмин иттек. Күсем ауылына хоккей коробкаһы алдыҡ, йәштәр менән шуны ҡороп ҡуябыҙ. Заманса, заводта эшләнгән коробка Магнитогорск ҡалаһында өс урында ҡуйылған, дүртенсеһе беҙҙә буласаҡ. Тағы ла бер ҙур
эш тора – сентябрь уртаһында гумконвой менән юлланабыҙ. Ике дизель генераторы, өс бензобысҡы, телефондар өсөн пауэрбанктар, өс радиостанция алдыҡ. Әле Йәлембәттә, Михайловкала, Асҡарҙа маскировкалау селтәрҙәре үрәләр. Егеттәр һораған кәрәк яраҡтарҙы алғы һыҙыҡҡа алып барабыҙ, улар менән даими бәйләнештәбеҙ.
Ауыл эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан ММК-ла эшләүсе Тәлғәт Ишбулатов, сараны ойоштороусыларҙың береһе, барыһына ла рәхмәтен еткерҙе.
– Беҙҙең бәләкәй ауыл өсөн был турнир ҙур һабантуй кеүек. Ошо сараны үткәреү минең хыялым ине. Бына хыял тормошҡа ашты, уны ойоштороуҙа ярҙам итеүсе район хакимиәте башлығы урынбаҫары Артур Дәүләтбаевҡа, финанс ярҙамы һәм турнирҙы үткәреүҙә булышлыҡ иткәне өсөн “Ырыу” хәрби-патриотик спорт үҙәге егеттәренә, ауылдаштарыма рәхмәтлемен. Һеҙһеҙ был байрам килеп сыҡмаҫ ине. Бындай спорт саралары йәштәрҙе ойоштора, райондар араһында дуҫлыҡ булдыра, йәштәр сәләмәт тормошҡа ынтыла, – тине Тәлғәт Ишбулатов.
Ярыш барышында Г. Ғ. Ҡолһарина ҡатын-ҡыҙҙар менән осрашты, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Мини-футбол ҡыҙыу барҙы. Ярыштың еңеүселәре Атауҙы командаһы – 25000, “Аҡбуҙат” (Әлмөхәмәт, 2-се урын) – 15000, Хәйбулла районы командаһы (3-се урын) – 10 000, Баймаҡ районы командаһы (4- се урын) – 5 000 һум аҡса, кубок-миҙалдар менән бүләкләнде. Уйынсыларҙан Михаил Медведев (Атауҙы) иң яҡшы һаҡсы, Ринат Әминев (Атауҙы) иң яҡшы һөжүм итеүсе, Айнур Муллағәләмов (Баймаҡ) иң яҡшы бомбардир, Рөстәм Илбәков (Хәйбулла) иң яҡшы уйынсы тип билдәләнде. Командалар ярышҡан арала тирмә ҡоролған яланда ҡаҙан аҫылды,ҡатынҡыҙҙар спортсыларға аш-һыу әҙерләне.