Өфөлә слалом буйынса ярыштар була. Турнирҙа Рәсәйҙән һәм яҡын сит илдәрҙән – Белоруссиянан, Ҡаҙағстандан һәм Үзбәкстандан – 120 спортсы ҡатнаша. Илебеҙ исеменән Токиола үткәрелгән Олимпия уйындарында ҡатнашҡан Алһыу Минәзева етәкселегендәге йыйылма команда үҙ көсөн һанай.
“Ҡурай крайы” халыҡ-ара турниры ишкәкле слалом өсөн ҡоролмалар комплексында үткәрелгән беренсе ҙур сара буласаҡ. Яңы спорт объекты башҡа ҙур саралар өсөн дә, шул иҫәптән башҡа илдәрҙәге милли командалар өсөн дә йәлеп итеү урыны буласаҡ”, - тип белдерҙе республиканың спорт министры вазифаһын башҡарыусы Руслан Хәбибов.
17 – 19 октябрҙә биш спорт объектында ярыштар үткәреләсәк. Мәҫәлән, “Өфө-Арена”ла “IBA чемпиондары төнө” һөнәри бокс кисе һәм йәш үҫмерҙәр араһында керлинг буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары үткәрелә. “Динамо” спорт комплексында Рәсәйҙең баскетбол буйынса “Юғары лига” була. Рима Баталова исемендәге “Ватан һаҡсылары кубогы” төбәк-ара ярыштары ойошторола. Бынан тыш, форум ваҡытында фехтование үҙәгенең асылыуы, йәш үҫмерҙәр араһында “Салауат ҡылысы” ярыштарының булыуы көтөлә.
“Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проекты (федеральный проект "Спорт – норма жизни" национального проекта “Демография”) һөҙөмтәһендә йыл һайын Рәсәйҙә йәшәүселәрҙең әүҙем һәм сәләмәт тормош алып барыу мөмкинлеге артҡандан-арта. Илдә күп халыҡ ҡатнашҡан спорт саралары ойошторола, ә өйҙәр эргәһендә күнекмәләр үткәреү өсөн инфраструктура яңыртыла. Үҙеңдең физик йәһәттән әҙерлегеңде, ГТО нормативтарын тапшырып, бушлай тикшерергә мөмкин. Һөнәри һәм балалар, үҫмерҙәр спорты үҫеше өсөн стадиондарҙы, күп функциялы комплекстарҙы һәм мәктәптәрҙе үҙгәртеп ҡороу өсөн программалар ҡаралған.
Милли проекттар иһә 2019 йылдан Рәсәй Федерацияһы Президентының май указдары буйынса тормошҡа ашырыла.
Сығанаҡ:https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-10-01/ishk-kle-slalom-yaryshtary-be-t-s-k-3952166
Фото: БР Спорт министрлығы.