Бөтә яңылыҡтар
Спорт
4 Октябрь 2024, 11:22

Дәрт тә бар, дарман да бар ололарҙа

Ололар көнө уңайынан «Уңыш» стадионында оло йәштәгеләр Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы нормативтарын тапшырҙы. Хеҙмәт һәм оборонаға һәр ваҡыт әҙер булып өйрәнгән совет осороноң дәртле йәштәре спорт стадионына йыйылды, шуларҙың утыҙ туғыҙы ГТО нормаларын тапшырырға теркәлде.

Район хакимиәтенең социаль үҫеш бүлеге начальнигы Гөлдәр Рәхимова байрамды асып, ололарҙы тәбрикләне. 
— Хөрмәтле ағайҙар, апайҙар, инәйҙәр-апалар! Ихлас күңелдән һеҙҙе байрам менән ҡотлайбыҙ, ғаилә именлеге теләйбеҙ. Районыбыҙҙың үҫешенә арымай-талмай хеҙмәт итеп, бөгөнгө көндә лә әүҙем булып ҡалаһығыҙ. Һеҙгә һоҡланмау мөмкин түгел. Бөгөн һеҙҙең өсөн район музейында фото-күргәҙмә ойошторолған, шулай уҡ, «Йәштәр йортонда» нәфис фильм ҡарай алаһығыҙ. Саралар бөтәһе лә бушлай. Әйҙәгеҙ байрамды дәртле итеп, йәштәрсә үткәрәйек, – тип байрамға арналған саралар менән таныштырып китте Гөлдәр Әхмәҙулла ҡыҙы.  
— Ҡәҙерле райондаштар, һеҙҙе Халыҡ-ара байрам менән ҡотлайым. Был байрам — ололарҙы хөрмәт һәм ихтирам итеү көнө, шулай уҡ, өлкән һәм йәш быуындың берҙәмлеген нығытыусы көн. Беҙ һеҙгә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, бөгөнгө республика һәм райондың уңыштарында һеҙҙең өлөшөгөҙ баһалап бөткөһөҙ. Һеҙ район мәнфәғәтенә Совет осоронда, ауыр 90-сы йылдарҙа, «нулле» йылдарҙа хеҙмәт иттегеҙ. Хаҡлы ялда һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйем, — тип ололарға ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Хәлилов.
Ярышта ҡатнашыусыларға Әбйәлил исеме һәм тамғалары менән спорт майкалары тапшырылды. Төп судья Лилиә Манапова менән балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Әлфирә Усманова старт алдынан разминка үткәрҙеләр һәм ГТО ярыштарын башларға старт бирҙеләр.
Беренсе һынау 1000 метрға йүгереү булды. Был ярышта беренсе булып Яңауылдан Юлай Һибәтов финишҡа килде, Ҡырҙастан Рәшит Нөғәмәнов — икенсе, Салауаттан Таһир Зәйнуллин өсөнсө булдылар. Артабан отжиманиела көс һынауҙар булды. Был һынауҙы ла бөтәһе лә үтәй алды. Оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан йөрәктә дәрт, ҡулдарҙа көс бар икәнлеге күренде. Өсөнсө этапта билдең һығылмалылығы тикшерелде. Тумбаға баҫып, аяҡтарҙы, арҡаны төҙ тотоп, билдән аҫҡа бөгөлөргә һәм тумбанан түбәндәрәк урынлашҡан сантиметр һыҙмаларына эйелергә кәрәк ине. Бында инде, 19 сантиметрға ынтылыш яһап, Ҡаҙмаштан Рәсимә Мәхмүтова рекорд ҡуйҙы. Ауылдашы Рәсимә Фәйзуллина унан бер аҙ ғына ҡалышып, шулай уҡ шәп һөҙөмтә күрһәтте.
Иң оло 72 йәшлек спортсылар Ансар Ғималетдинов (Асҡар), Тәнзилә Ҡунафина (Ҡырҙас), Сания Сафиуллина (Ҡаҙмаш) ярышта һынатманылар. 
55-64 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙар араһында тәүге ике урынды «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашыусы ҡаҙмаштар — Рәғиҙә Хәкимова, Нәсимә Фәйзуллина яуланы. Венера Ҡунафина (Әхмәт) өсөнсө булып сыҡты. 65 йәштән олораҡтар араһында Сәлимә Сафина (Ҡаҙмаш), Фариза Булатова (Ҡырҙас), Рәсимә Мәхмүтова (Ҡаҙмаш) еңеүселәр булды.
60-69 йәшлек ирҙәр араһында беренселекте Рәшит Нөғәмәнов (Ҡырҙас) яуланы, икенсе урынды Таһир Зәйнуллин (Салауат) һәм Азамат Мулләхмәтов (Дәүләт) бүлеште,  өсөнсө урында Юлай Һибәтов (Яңауыл). 69 йәштән олораҡтар араһында Зөлфәр Байбулатов (Хәлил) беренсе,  Ансар Ғималетдинов (Асҡар) икенсе урынды алды.
Сарала ҡатнашҡандарҙы Асҡарҙағы «Тандырхана» хужаһы Иркен Бахролов ҙур ҡаҙанда үзбәк былауы һәм тандырҙа бешкән тәмле икмәк менән һыйланы. Район мәҙәниәт йорто әртистәре байрамды матур концерт менән биҙәне. Спорт байрамынан матур хәтирәләр алып, дәртләнеп, күтәренке кәйеф менән таралышты райондаштар.
Гөлнара ШАКИРОВА.

Автор: Виль Ильгамов
Читайте нас