— Махсус хәрби операцияла тиңһеҙ батырлыҡ күрһәткән яҡташыбыҙ Тамер-лан Илһамов республикала иң беренсе булып Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды. Батыр йөрәкле райондашыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Герой иҫтәлегенә быйыл икенсе тапҡыр ат сабыштары ойошторолдо. Артабан был бәйгене миҙгелде ябыу сараһы булараҡ йыл да үткәрергә планлаштырабыҙ, — тине район хакими-әте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғәлим Солтанов сараны асып. — Халҡы, Ватаны өсөн үҙен ҡорбан иткән яугирҙе оноторға хаҡыбыҙ юҡ.
Артабан һүҙ алған Геройҙың әсәһе Айгөл Шакирова улының иҫтәлегенә ярыш ойоштороусыларға рәхмәт белдереп, бәйгелә көслөлөр еңһен тигән теләген еткерҙе.
— Был бәйгелә ҡатнашып, улыма хөрмәт күрһәтәһегеҙ, Тамерландың ба-тырлығы яңы ҡаҙаныштарға илһамландырһын, еңеүгә көс һәм ихтыяр бирһен, — тине Айгөл Милләт ҡыҙы.
Рәсәй Геройы иҫтәлегенә ат спорты ярыштары алты заезда үткәрелде һәм ул көсөргәнешле, мауыҡтырғыс булды.
Сараны ике йәшкә тиклемге башҡорт тоҡомло аттарҙың ярышы асты. 2400 метр арауыҡты беренсе булып Аҡсарлағы менән Ейәнсура районынан Илһам Хөсәйенов (хужаһы Илгиз Хөсәйенов) үтте. Икенсе урынды Баймаҡтан Айғыр батыр ҡушаматлы атында Айдамир Әсәҙуллин (Йәнгилдин Инйәр) алды. Өсөнсө булып Йылайырҙан Николай Горбунов (Гөлшат Ишморатова) килде.
Икенсе заезда өс һәм унан ҙурыраҡ юртаҡтар бәйгегә сыҡты, улар 2400 метр дистанцияла көс һынашты. Бында Баймаҡ егете Рәмзил Таймасовҡа (Илшат Ситдыҡов) тиңләшеүсе булманы. Силәбе өлкәһенән килгән Руслан Исхаҡов икенсе урынды алды. Әбйәлилдән Димьян Серегин өсөнсө урынды яуланы.
Таҙа ҡанлы һәм ярым таҙа ҡанлы аттар 3600 метрлыҡ дистанцияны ярышып үттеләр. Был заезда ла баймаҡтар ал бирмәне: Снежана Таймасова (Альберт Ялалетдинов) берәүҙе лә алдына сығарманы. Икенсе һөм өсөнсө урындар силәбеләрҙә, Илсен Ҡоҙабаев менән Евгений Берник (Самат Бик-мырҙин) финиш һыҙығын бер-бер артлы үттеләр.
Дүртенсе заезда өс йәштән оло аттар 9600 метр арауыҡҡа йүгерҙе. Был дистанцияла Белорет районынан килгән Сергей Дятловтың һыбайлыһы Игнат Дятлов еңеүсе тип табылды. Икенсе урынды Баймаҡтан Даниэль Таймасов (Илшат Ситдиҡов) алһа, Әбйәлил һыбайлыһы Юлия Зарипова (Ренат Мәһәҙиев) өсөнсө булып килде.
Был ярыштарҙа тәүге тапҡыр «Дуҫлыҡ» заезы ойошторолдо. Баймаҡ, Әбйәлил, Учалы, Белорет йылҡысылары үҙ-ара һөйләшеп ойошторған был бәйгегә, улар үҙҙәре бағымсы ла булғандар һәм еңеүсегә бүләккә ВАЗ-2115 автомобилен әҙерләгәндәр ине. 9600 метр арауыҡта Әбйәлил һыбайлыһы Динар Фазлетдинов Бөркөт ҡушаматлы атында (Зөлфәр Мөхөтдинов) иң етеҙе булып сыҡты һәм шәп бүләкте эләктерҙе. Икенсе урынды Белорет һыбайлыһы Альфред Мөхәмәтйәров (Зиннур Ҡәҙерғолов), өсөнсөнө Архангелдән Айдамир Әсәҙуллин (Ринат Әсәҙуллин) алды.
Ат ярыштарында, ғәҙәттә, иң ҙур дистанцияға ойошторолған һәм төрлө йәштәге һәм төрлө тоҡомло аттар ҡатнашлығында үткән «Бәйге»не күптәр көтөп ала. Был заезда аттар ярыш түңәрәген туғыҙ тапҡыр әйләнеп, 10800 метрлыҡ арауыҡта уҙышты.
«Бәйге»лә Силәбе аттарына һәм һыбайлыларына етеүсе булманы, тәүге өс призлы урынды Вилдан Кинйәбаев (Илдар Кинйәбаев), Евгений Берник (Турмөхәмәт Ҡотояҡов), Николай Горбунов (Йәнил Илһамов) үҙ-ара бүлеште. Еңеүселәргә дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
Ярыш сиктәрендә Геройҙың әсәһе ат ярышында ҡатнашҡан һыбайлыларҙы һәм аттар хужаларын төрлө номинацияларҙа билдәләп, уларҙы бүләкләп үтте. Шулай итеп Динар Фазлетдинов «Иң яҡшы һыбайлы», Айдамир Әсәҙуллин менән Снежана Таймасова «Иң йәш һыбайлы», Рәүеф Фәтҡуллин «Иң тәжрибәле тренер», Зиннур Ҡәҙерғолов «Йылҡы малын яратыусы», Илшат Ситдиҡов «Иң әүҙем йылҡысы» тип табылды. А. Шакирова шулай уҡ бәйгене төп ойоштороусылар Илфат Ғилмановҡа һәм Айтуған Мәғәфүровҡа Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Айгөл Милләт ҡыҙы ат ярыштарын ойоштороуға һәм уны тейешле кимәлдә үткәреүгә күп көс һалған район хакимиәтенә, ауыл хужалығы идаралығы хеҙмәткәрҙәренә, «Боевое братство» ойошмаһына, бәйгелә ҡатнашҡандарға, көйәрмәндәргә рәхмәт белдерҙе.
— Махсус хәрби операция тамамланып, илебеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ килһен! — тип тамамланы ул сығышын.
Амин, шулай булһын.
Рәмилә ИСТАНБАЕВА.