Ярышҡа Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Салауат, Күмертау, Учалы, Туймазы, Ишембай, Сибай ҡалаларынан һәм Әбйәлил, Әлшәй, Йылайыр, Ейәнсура, Салауат, Шишмә райондарынан 250-нән ашыу кикбоксер килде.
Беҙҙең район командаһы составында И. Ш. Бараков, А. Р. Мәүлетдинов, Р. Н. Мәүлетдинов, В. Н. Изгиндарҙың тәрбиәләнеүселәре лайыҡлы сығыш яһаны һәм призлы урындар яуланы.
Сиҙәм ауылынан Динир Абдуллин, Асҡар мәктәбенән Камилла Ғәбитова, Таһир Кусимов исемендәге гимназиянан Мәликә Батталова, Роман Изгин, Данис Усманов үҙ ауырлыҡ категорияларында беренсе урын яуланы.
Рамаҙан Агишев (Сиҙәм), Юнир Дәминдаров (Асҡар), Айҙар Ғәбитов (гимназия), Илнара Ғайсина (Асҡар), Айҙар Сафуанов (Асҡар), Регина Рәхмәтуллина (гимназия) икенсе урынды алды.
Гимназиянан Илназ Вафин, Нургиз Ғималов, Арина Борханова, Сиҙәмдән Данил Йосопов, Илназ Сафиуллин, Руслан Йәғәфәров, Илнар Түлекбаев өсөнсө урында еңеүсе тип билдәләнде.
Г. НИЗАМОВА.