“Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексында инвалидтар көнөнә ҡарата «Атай, әсәй һәм мин — спорт ғаиләһе” девизы аҫтында ярыштар үтте. Район инвалидтар йәмғиәте балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе менән берлектә ойошторған "Күңелле старттар"ҙа төрлө ауыл биләмәләренән йыйылған ғаиләләр ҡатнашты.
Спорт байрамын асыу тантанаһында сәләмләү һүҙе менән район хакимиәтенең социаль үҫеш бүлеге начальнигы Гөлдәр Рәхимова, район инвалидтар йәмғиәте рәйесе Нәсимә Әҡсәнова, ДЮСШ инструкторы Әлфирә Усманова сығыш яһаны, командаларға лайыҡлы еңеү, ярыштан онотолмаҫ тәьҫораттар теләне.
Т. Кусимов исемендәге гимназия уҡыусылары Ренал Амангилдин менән Риана Хәйбуллинаның дәртле дуэты кәйефтәрҙе күтәрҙе. «Айыу» аниматоры менән дәртле көйҙәргә бейеп алғандан һуң ярыш башланды. Балалар ғына түгел, ата-әсәйҙәр ҙә таһыллыҡҡа, етеҙлеккә сәмләнеп көс һынашты, һәр команда иң алда булырға тырышты.
Ярыш һөҙөмтәләре барыһын да ҡыуандырҙы. “Күңелле старттар”ҙың еңеүселәре тип Буранғолдан Рәмил Ҡәйепҡолов, Мөхәмәт Сәлмәнов менән Йәмил Сәлмәнов, Асҡарҙан Тимур Баймырҙин, Ансар Байғәлин менән Илмир Ғибәҙәтов, Фидан Исҡаҡов (Әбделғәзе), Эмиль Йәнекәев (Ташбулат), Наҙгөл Шакирова (Йәнгел) командалары табылды.
Спорт байрамында ҡатнашҡан бөтә ғаиләләргә дипломдар, кубоктар һәм Рәсәй балалар фондының республика бүлексәһенән бүләктәр тапшырылды. Фонд директоры Лүзидә Рәжәповаға, инвалидтар ойошмаһы рәйесе Нәсимә Әҡсәноваға ғаиләләр рәхмәт белдерҙе.