Ярышты ауылым, ауылдаштарым тип янып йәшәгән Ахайҙың әүҙем, инициативалы егеттәре ойошторҙо. Әйтергә кәрәк, нәҡ уларҙың тырышлығы менән 2023 йылда Ишбулдыла боҙ майҙансығы булдырылғайны. Егеттәрҙең аҡса йыйып Мәскәү һынлы Мәскәүҙән хоккей коробкаһы алып ҡайтып ҡуйыуҙары тураһында гәзиткә лә яҙып сыҡҡайныҡ. Был изге эшкә МХО-ла йөрөгән яугир ауылдаштары ла үҙҙәренән өлөш индергәйне.
Ярышта ҡатнашыуға бөтәһе 10 команда заявка бирҙе һәм уҙған шәмбе иртәһендә улар барыһы ла Ишбулды ауылына йыйылды. Тәүге тапҡыр уҙғарылыуына ҡарамаҫтан, турнир район-ара кимәлгә сыҡты тиеү ҙә хата булмаҫ, батырҙарыбыҙ иҫтәлегенә уйында Бөрйән районы Байназар, Учалы районы Сәфәр ауылдары командалары ҡатнашырға теләк белдерҙе. Ҡалған һигеҙе Әбйәлилдән: Асҡар, Хәлил, Буранғол, Байым, Ишҡол, Атауҙы командалары һәм майҙан хужалары ике команда ҡуйҙы.
Сара гимн аҫтында тантаналы асылды. Хәлил ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын башҡарыусы М. М. Фәттәхов сәләмләү һүҙе менән сығыш яһаны, ул ил-йортта тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, яу ҡырында көрәшкән ир-егеттәрҙең иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләне. Илебеҙ именге өсөн башын һалған ҡаһарман ир-егеттәрҙең ата-әсәләре, туғандары ла саҡырылғайны. Азат Насировтың әсәһе Айһылыу Ниғмәт ҡыҙы, Нургиз Хәлисовтың ағаһы Айгиз, Марсель Талиповтың улы Тимур ҡәҙерле кешеләрен яҡты хәтер менән иҫкә алды. Ярышты ойоштороусылар исеменән телмәр тотҡан Азамат Зарипов һәләк булған егеттәрҙең исемдәре онотолмаҫ тип ышаныслы әйтте.
Командалар йәрәбә буйынса ике төркөмгә бүленеп, Ишбулды һәм күрше Хәлил ауылының боҙ майҙандарында уйнаны. Бөтәһе 24 уйын уҙҙы. Иртәнсәк сәғәт унда башланған турнир төнгө 12-лә саҡ тамамланды. Һуңғы дүрт финал уйыны Ишбулдыла уҙҙы. Һөҙөмтәлә еңеүҙе Асҡар хоккейсылары яуланы. Хәлилдәр – икенсе, ахайҙар өсөнсө урындарҙы бүлеште. Ярыштың иң яҡшы уйынсылары айырым билдәләнде: Салауат Ирназаров (Хәлил) – “Иң яҡшы ҡапҡасы”, Азат Сафиуллин (Асҡар) – “Иң яҡшы һаҡсы”, Заһит Ғүмәров (“Ахай”) – “Иң яҡшы һөжүмсе”, һәм Айназ Мырҙабаев (Хәлил) – “Иң яҡшы уйынсы” номинацияларында еңеүсе булды.
Ваҡыт һуңға ҡалып китһә лә, йомғаҡлау сараһы ла тантаналы уҙҙы. Еңеүселәрҙе МХО аша үткән кисәге яугирҙәр, хәрби хәрәкәттәр ветерандары – “Ватанды һаҡлаусылар” фонды социаль координаторы, ошо ауыл кейәүе Илнур Ҡарабулатов һәм Ишбулды уландары Ринат Йәнғолов менән Динир Ҡунафин бүләкләүе ҙур мәртәбә булды.
Ойоштороусылар батырҙар иҫтәлегенә хоккей турнирын традицияға индереп йыл һайын үткәрергә ҡарар итеп, спортсыларҙы киләһе йылда ла унда әүҙем ҡатнашырға саҡырып ҡалды.
– Был турнир махсус хәрби операцияла һәләк булған ауылдаштар хаҡында хәтер йәшәтеү сараһы ғына түгел, беҙҙең яҡтан уларға тәрән ихтирам, рәхмәт билдәһе лә. Беҙҙең бәләкәй генә Ишбулды ауылының күпме ҡаһарман улдар үҫтереүе ғорурлыҡ! Ярышты уҙғарыуҙы тулыһынса үҙебеҙҙең өҫтөбөҙгә алдыҡ, егеттәр менән аҡса йыйҙыҡ, ҡорбан салдырҙыҡ. Мәктәптә аш яраштырып спортсыларҙы ашатыуҙа ярҙам иткән еңгәйҙәр Альбинә һәм Венера Ғүмәроваларға рәхмәт белдерәбеҙ. Һәм, әлбиттә, теләгебеҙ бер генә: һуғыш уты туҡтаһын, яугирҙәребеҙ, үкенескә күрә, беҙҙең ауылдан да хәбәрһеҙ юғалғандар бар, барыһы ла имен-һау булып, үҙ аяҡтарында ғаиләләре янына ҡайтһын, тыныслыҡта бәхетле тормош көтһөн, – тине ойоштороусыларҙың береһе А. Н. Зарипов.