Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Ғинуар 2025, 10:15

Яңы йыл ғаилә уйындары - 2025

«Яңы йыл ғаилә уйындары – 2025» фестиваленең район этабы Асҡар балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең хоккей майҙансығында үтте. Унда мәктәп этабында еңеү яулаған командалар көс һынашты.

Фестивалдә башланғыс класта уҡыған балалары менән ата-әсәйҙәр ҡатнашты. Барлығы райондың 26 мәктәбенән ғаилә командалары бәйгегә сыҡты. Командалар теннис тубын сәкән менән йөрөтөп, «Тачка», ҡулса менән йүгереү эстафеталарында ярышты. 
Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы мәғариф бүлеге начальнигы В. С. Абсаҙыева сәләмләне. Ул үткән йылдарҙағы ғаилә уйындарының һөҙөмтәләре менән таныштырып үтте. 
— 2020 йылдан алып районда еңгән ғаиләләр «Ғаилә уйындарында» республика күләмендә уңышлы ҡатнашып киләләр. Мәҫәлән, республикалағы еңеүе өсөн 2020 йылда Амангилденән Дауышевтар ғаиләһе Красноусол шифаханаһына путевка менән бүләкләнһә, ҡалған йылдарҙа Т. Кусимов исемендәге гимназия командалары беренселекте бирмәне. 2022 йылда Ураҙаевтар «Йәшел сауҡалыҡ», 2023  йылда  Килдейәровтар «Танып», 2024 йылда Мортазиндар «Танып» шифаханаларында ял итеү хоҡуғына эйә булды, — тине Вәсилә Сәғит ҡыҙы.
2025 йылда ла Таһир Кусимов исемендәге гимназия командаһы һынатманы. Лена һәм Әхтәм Мостафиндар ҡыҙҙары Алина менән ярыштарҙа яҡшы күрһәткестәргә ирешеп, беренселекте ҡулдан ысҡындырманы. Быйыл улар Әбйәлил намыҫын республика кимәлендә яҡлаясаҡ, уларға уңыштар теләйбеҙ.

Иң тиҙ, етеҙ һәм ҡыйыу Альбина һәм Венер Боҫҡоновтар улдары Салауат (Ишҡол)  менән икенсе урынды алды. Улдары Айназ менән Зөлфиә һәм Вадим Килдейәровтар (Ҡушый) өсөнсө урынды яуланылар. Район фестивале еңеүселәре һәм призерҙары кубоктар, грамоталар һәм миҙалдар менән бүләкләнде.
Мәктәп этаптарында еңеү яулаған бөтә ғаилә командаларына фестивалдең муниципаль этабында әүҙем ҡатнашҡандары өсөн Әбйәлил районы хакимиәте башлығының рәхмәт хаттары тапшырылды.

Г. БАЯЗИТОВА.

Читайте нас