Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Сентябрь 2025, 15:58

Мәликәнең бокстағы уңыштары

Бокс менән күбеһенсә көслө зат ҡыҙыҡһына тиһәк тә, һуңғы йылдарҙа был спорт төрө менән ҡатын ҡыҙҙар араһында ла шөғөлләнеүселәр күбәйҙе. Көслө рухлылыҡты, ихтыяр көсөн арттырыусы спорт төрөнә Таһир Кусимов исемендәге гимназия уҡыусыһы Мәликә Батталова ғашиҡ.

Мәликәнең бокстағы уңыштары
Мәликәнең бокстағы уңыштары

Илшат Бараков һәм Альберт Мәүлетдинов ҡулы аҫтында тәрбиәләнеүсе ҡыҙ 2020 йылдың сентябрь айынан башлап бокс һәм кикбоксинг менән шөғөлләнә.

- Мәликә үҙенең ныҡыш, тырыш булыуы менән башҡаларҙан айырылып тора. Яңы килгән тәрбиәләнеүселәргә һәр саҡ уны өлгө итеп ҡуябыҙ. Ул - беҙҙең уң ҡул, бәләкәстәргә ныҡ ярҙам итә, - ти уның хаҡында тренеры Илшат Шәфҡәт улы.

Мәликә Рәсәй һәм республика кимәлендә үткән ярыштарҙа һәр саҡ ҙур еңеүҙәр менән ҡайта. Иң ҙур уңышы - 2024 йылда Саратов ҡалаһында уҙған Волга буйы федераль округындағы ярышта көмөш миҙалға эйә булыуы. Күптән түгел Баймаҡ ҡалаһында Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физкультура хеҙмәткәре Наил Аһылаев иҫтәлегенә уҙғарылған ярышта Мәликә ярыштың иң шәп спортсыһы тип табылып, 5 мең һумлыҡ сертификатҡа лайыҡ булған. Ул хәҙер октябрь айында Өфөлә үтәсәк ярыштарға әҙерләнә.

Спортсы ҡыҙ бөгөн һеңлеһе Йәсмин менән өләсәһе менән олатаһында тәрбиәләнә, сөнки ата-әсәһе махсус хәрби операцияла. Улар икеһе лә Херсон өлкәһендә. Ғаилә башлығы тәфтиш комитеты хеҙмәткәре, ә әсәй кеше язаны үтәү органдарында хеҙмәт итә. Икеһе лә хәрби хеҙмәт ветерандары.

Әйткәндәй, Башҡортостан Республикаһында был спорт төрө юғары үҫеш алған. Һуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда бокс менән республикала 9 меңдән ашыу кеше шөғөлләнә. Илшат Шәфҡәт улы һәм Альберт Рөстәм улы 80 балаға бокс серҙәрен өйрәтә. Уларҙың 60-ы үҫмерҙәр булһа, 20-һе ҡыҙҙар. Бөгөн ҡыҙҙар һәм егеттәр 26 сентябрҙә Өфөлә үтәсәк Халыҡ-ара бокс ассоциацияһы президенты Умар Кремлев һәм Рәсәй Бокс федерацияһы ярҙамында ойоштороласаҡ  “IBA.PRO 9” турнирына ныҡлы әҙерләнә. Үҫмерҙәргә был спорт сараһында башҡорт боксы йондоҙҙары Артур Собханғолов, Азалия Әминева һәм Данис Ғабдрафиҡовты күреү бәхете тейәсәк.

Автор: Гульфия Хасанова 
Читайте нас