Бөтә яңылыҡтар
Спорт
1 Декабрь 2025, 12:30

Әбйәлилдәрсә хоккей: кисә, бөгөн, иртәгә

Хоккей энтузиастары был спорттың киләсәген яңы кимәлдә күрә

Әбйәлилдәрсә хоккей: кисә, бөгөн, иртәгә
Әбйәлилдәрсә хоккей: кисә, бөгөн, иртәгә

Кисә...

Районда хоккей башланғысы 90-сы йылдарға барып тоташа. Тәбиғи боҙо булған, йылға йәки күл буйҙарында ятҡан ауылдарҙа, һис шикһеҙ, ҡышҡыһын сәкән һуҡмай үҫкән малайҙар һирәктер. Әммә хоккей менән спорт төрө булараҡ һәм тренерҙар ҡулы аҫтында иң тәүгеләр булып Атауҙы, Әлмөхәмәт ауылдарында шөғөлләнә башлайҙар.

1991 йылда Атауҙыла урта мәктәп төҙөлгәс, физкультура уҡытыусыһы итеп эшкә саҡырылған йәш тренер Ишбулат Ҡужин балаларҙы боҙға баҫтыра. Шул ваҡыттан остаз 30 йылдан ашыу ғүмерен хоккейсылар тәрбиәләүгә арнай. Башлап китеүе еңел булмай: боҙ майҙансығы юҡ, тренер үҙенең сослоғо менән команда өсөн сәкәндәр, “Металлург” командаһынан формалар алыуға өлгәшә. Күпмелер ваҡыттан ауыл халҡы ярҙамы менән хоккей коробкаһы төҙөйҙәр. Ошо урында тренерҙың уң ҡулы  булған ярҙамсыһы  Рәфҡәт Ишбулды улы Мырҙабаевты ла билдәләп китке килә. Ныҡышмалылыҡ, күнекмәләр тиҙҙән һөҙөмәтәләрен бирә – 90-сы йылдар аҙағынан башлап атауҙылар даими рәүештә район, төбәк, республика ярыштары еңеүселәре булып таныла. Был турала мәктәптең спорт ҡаҙаныштары стендында урын алған 60-тан ашыу(!) кубок һөйләй. Ишбулат Ғилметдин улының элекке тәрбиәләнеүселәре араһында спорт юлынан китеүселәр бихисап, уларҙан бынамын тигән шәп тренерҙар үҫеп сыҡҡан, ҡалғандары ла төрлө өлкәләрҙә эшләүҙәренә ҡарамаҫтан, хоккейҙы ташламаған, буш ваҡыттарында яратҡан спорт төрө менән шөғөлләнеүҙәрен дауам итә. Әйткәндәй, хоккей ветеранының өс улы ла ысын ир-егеттәр спортын ғүмерлек юлдаш иткән.

Әлмөхәмәт ауылының данлыҡлы “Аҡбуҙат” командаһы уны ойоштороусы тренер-капитан Шафиҡ Хәмитов исеме менән бәйле. 1993–2020 йылдарҙа команда күп тапҡырҙар район, Урал аръяғы чемпионы исемен яулаған. 2006 йылда иһә Әлмөхәмәт хоккейсылары Әбйәлил районы исеменән республика кимәлендәге ярышта ҡатнаша һәм Мәләүез ҡалаһында уҙған “Алтын шайба” турнирындағы дебют сығыш почетлы 4-се урын менән баһалана. 2008 йылда Саҡмағошта үткән ошо уҡ турнирҙа – өсөнсө, ә 2009 йылда Межгорьела беренсе урындар яулап тыуған районға дан килтерәләр.

Алдағы йылдар ҙа “Аҡбуҙат” командаһы өсөн бик емешле була: хоккей буйынса ауыл командалары араһындағы Башҡортостан беренселегендә пьедестал баҫҡыстарынан төшмәйҙәр. Тренер хеҙмәте иһә юғары баһалана. Йәш быуынды тәрбиәләүҙәге ҡаҙаныштары, спорт өлкәһендәге фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Шафиҡ Ғәле улы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан “Иң яҡшы физик культура хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ була, БР Спорт һәм туризм министрлығының Рәхмәт хаты менән билдәләнә, күп тапҡырҙар райондың маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә, 2014 йылда “Иң яҡшы тренер” булып таныла.

Бөгөн...

Ауылдарҙа көслө командалар, дан уйынсылар бар. Шуныһы ҡыуаныслы: йылдан-йыл ҡыйыуҙар һәм йылғырҙар спортына ҡушылыусылар рәте ишәйә. Теге йәки был ауылда урындағы халыҡ көсө йәки ниндәйҙер программаларға ярашлы боҙ майҙансыҡтары төҙөлә. Хәлилдәр, мәҫәлән, “Аныҡ эштәр” партия проекты буйынса майҙансыҡлы булды, Ишбулды ауылы егеттәре хоккей коробкаһын хатта Мәскәүҙән алып ҡайтып ҡороп ҡуйҙы, уҙған миҙгелдә бөтә ауыл тырышлығы менән ташбулаттар  өр-яңы майҙансыҡ  туйланы. Быйыл Йәнгелдә хоккей коробкаһы урынлаштырыласаҡ.  Бынан тыш, һәр команданың  махсус формаһы булыуы, уларҙы уйынсыларҙың үҙ аҡсаһына тектереүе, хоккей аммуницияһын, шайба-сәкәндәрҙе ҡиммәтле профессиональ магазиндарҙан һатып алыуы  хоккейға ҡарата етди мөнәсәбәт –  мөхәббәт тураһында һөйләй.

Ҡышҡы ыжғыр һыуыҡҡа ҡарамаҫтан, боҙ өҫтө һәр саҡ ҡыҙыу. Миҙгел дауамында шайба шаҡылдаған тауыштар төн уртаһынаса тынмай. Әле был, йә теге ауылда уҙған турнирҙарҙың, дуҫтарса матчтарҙың инициаторҙары һәм ойоштороусылары булып сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ итеп ысын ир-егеттәр спортын һайлаған хоккейсылар үҙҙәре тора. Һәр ярыш – яңы тәжрибә. Тик ҡыш ғүмере генә ҡыҫҡа. Хоккейсылар өсөн ҙур “минус” булған йәйҙе буш үткәрмәү маҡсатында быйыл тәүге тапҡыр хоккей буйынса Әбйәлил районының йәйге чемпионаты уҙҙы. Ике айҙан ашыу дауам иткән турнир ғәҙәти хоккей матчтарына хас булғанса башта регуляр чемпионаттан, унан плей-офф серияһындағы осрашыуҙарҙан һәм финалдан торҙо. Ә йәй көнө боҙҙо ҡайҙан табырға була һуң?

Был хаҡта ДЮСШ тренеры, турниҙы ойоштороу башланғысында торған спортсы Азат Сафиуллин һөйләй:

– Мин балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә хоккей буйынса тренер булып эшләйем. Ҡышты көтөп алабыҙ, майҙансыҡты тейешенсә әҙерләп, бөтә миҙгелде боҙ өҫтөндә уҙғарабыҙ. Тик тәбиғи шарттарҙа күп тигәндә өс ай шөғөлләнеп ҡалабыҙ. Оҙайлы тәнәфестәр спортсылар файҙаһына түгел. Үҫмерҙәр спорт формаһын юғалта, үҫеш туҡтай. Ошо туралағы борсолоуҙар ҡалала боҙ аренаһын ҡуртымға алып йылы миҙгелдәрҙә шөғөлләнеү теләген уятты. Уны ДЮСШ етәкселеге лә, ата-әсәләр ҙә ыңғай ҡабул итте. Шулай итеп, быйыл яҙ Магнитогорск ҡалаһының “Умка” физкультура-һауыҡтырыу комплексының боҙонда шөғөлләнә башланыҡ. Уҡыу йылы тамамланғансы даими рәүештә балаларҙы ҡалаға йөрөттөм. Артабан йәйге чемпионат үткәреү идеяһы тыуҙы. Районда хоккей буйынса тотороҡло командалар бар. Уларҙы тотоп килгән энтузиаст егеттәр, күптәре үҙҙәре үк командаларҙың капитандары ла – Ташбулаттан Илнур Ялалов, Буранғолдан Раян Хамматов, Хәлилдән Илфат Сәйфетдинов, Ишбулдынан Азамат Зарипов менән һөйләшеп район чемпионатын ойошторорға булдыҡ.

Турнир биш ауыл командаһы араһында уҙа. Регуляр чемпионтта командалар үҙ-ара осрашып 10 уйын уҙғара. Бөтә мәғлүмәт һәм афишалар “Бәйләнештә” селтәрендә алып барылған “Хоккей буйынса Әбйәлил районы чемпионаты” төркөмөндә яҡтыртыла. Әйтергә кәрәк, командалар мәктәп уҡыусыларынан ғына тормай. Киреһенсә, үҫмерҙәр әҙселекте тәшкил иткән һәм улар чемпионатта ата-әсһенең яҙма рөхсәте менән генә ҡатнашҡан. Нигеҙҙә эшләп йөрөгән йәштәр һәм урта йәштәрҙәге ир-егеттәр уйнарға ваҡыт табып команда намыҫын яҡлаған. Матч тура килгән көндәрҙә эштән һорап китеү, алмаштырышыу әмәлен иһә һәр кем үҙе өсөн үҙе хәстәрләгән. “Хәлил” командаһы ҡапҡасыһы Салауат Ирназаров, мәҫәлән, Өфөлә эшләп йөрөһә лә, бер  уйынды ла ҡалдырмаған. Металлургия комбинатында эшләүсе ир-егеттәр ҙә байтаҡ, уларҙың сменанан сыҡҡас тура уйнарға килгән саҡтары әҙ булмаған. Кемдер турнир өсөн генә Силәбе ҡалаһынан ҡайтҡан. Ауылда йәшәгәндәр иһә ҡыҙыу бесән өҫтө тип тормаған, көнө буйы эҫе ҡояш аҫтында янып-бешеп тир түккәндән һуң боҙ һыуығынан көс алған, арыу-талсығыуын онотҡан... Хоккей “ене” ҡағылғандарға ярыш сәме, уйын ҡомары, команда рухы тигән төшөнсөләр изге. Икенсенән, боҙҙоң тартыу көсө лә ныҡ. Шулай булмаһа, күптәре ауылдан ҡалаға йөрөп һәүәҫкәр хоккей клубтары составында уйнамаҫ, төрлө ярыш лигаларында ҡатнашмаҫ һәм тыуған ауылдарында ла был спортты үҫтереүгә, балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе йәлеп итеүгә көс һалмаҫ ине.

Плей-офҡа дүрт команда сыға, турнир таблицаһында бишенсе баҫҡысты биләгән буранғолдар уйындан төшөп ҡала. Әйтергә кәрәк, чемпионат ғәҙел уҙһын өсөн ойоштороусылар һәр осрашыуға Магнитогорскиҙан судьялар йәлеп итә. Финалда иһә өсөнсө-дүртенсе урындар өсөн “Ташбулат” һәм “Ахай” (Ишбулды) командалары уйнай, һөҙөмтәлә һуңғылары өсөнсө урынды ҡулдан ысҡындырмай. Ә чемпионат еңеүсеһе исеменә “Асҡар” һәм “Хәлил” хоккейсылары дәғүә итә. Бик көсөргәнешле һуңғы финал уйынында 3:6 иҫәп менән хәлилдәр еңеү яулай.

– Был районда ғына түгел, бәлки, республика тарихында беренсе йәйге хоккей чемпионаты булды, – ти Азат Раил улы. – “Умка” боҙ аренаһында үткән бүләкләү тантанаһында район башлығы А. З. Әминевтың һәм ДЮСШ директоры Л. М. Усмановтың ҡатнашыуы, спортсыларҙы ҡотлауы сараға ҙур мәртәбә өҫтәне.

Хәлил командаһы лайыҡлы рәүештә еңеүсе кубогын алһа, регуляр чемпионат һәм һәм дөйөм йомғаҡтар буйынса шулай уҡ турнирҙың иң яҡшы хоккейсылары ла билдәләп үтелгән. Винер Боҫҡонов “Иң яҡшы һаҡсы” (Ишбулды), Салауат Ирназаров “Иң яҡшы ҡапҡасы” (Хәлил), Дияз Зарипов “Иң яҡшы бомбардир” (Ташбулат), Айтуған Йосопов “Ҡиммәтле уйынсы” (Асҡар), Шамил Булатов “Иң яҡшы һөжүмсе” (Хәлил) номинацияларында бүләкләнгән.

Иртәгә...

Әбйәлилдә хоккей спорт булараҡ яҡшы үҫешкән һәм артабан да үҫеш юлында тип ауыҙ тултырып әйтерлек хаҡыбыҙ бар. Район йыйылма командаһы егеттәренең Урал аръяғы буйынса алты йыл рәттән еңеү яулауы, республикала һынатмауы быға ныҡлы дәлил. Башҡортостан Республикаһының ауыл уйындарында  2017 йылда – III, 2018 йылда – II, 2020 йылда – III, 2024 йылда – IV,  быйыл йәнә III урында билдәләнгәндәр.

Ә Әбйәлил районының I йәйге чемпионатын үҫеш юлындағы яңы баҫҡыс, яңы кимәл тип атау һис тә артыҡ булмаҫ. Хоккей энтузиастары йәйге чемпионатты киләсәктә йыл һайын уҙғарырға, бынан тыш ҡышҡы чемпионаттар үткәрергә, ярыштарға башҡа ауылдар командаларын да йәлеп итергә  тигән маҡсаттар билдәләгән. Атауҙы, Әлмөхәмәт, Байым һәм Яңы Балапан ауылдарының бынамын тигән командалары бар. Ярай, ҡышҡыһын проблема юҡ – “өйҙә” һәм “ҡунаҡта” уйын серияларын район эсендә боҙ майҙансыҡтарында уҙғарырға була. Ә йәйге ярыштар өсөн тағы ла ҡуртым һәм күрше өлкәгә йөрөп уйнау мәсьәләһе тора.

– Башҡортостанда беренсе булып йәйге чемпионат уҙғарыуыбыҙ әбйәлилдәрҙең хоккейҙы ни тиклем яратып уйнауҙары тураһында һөйләй. Үҙебеҙҙә йыл әйләнәһенә эшләгән ябыҡ боҙ аренаһы булһа, тағы ла күберәк хоккей һөйөүселәр спортҡа ылығыр, ҙур хоккей өсөн кадрҙар, чемпиондар тәрбиәләү мөмкинлеге асылыр ине тигән хыял менән йәшәйбеҙ. Быны федераль программалар буйынса йәиһә Рәсәйҙең хоккей федерацияһы аша тормошҡа ашырырға мөмкин, – ти тренер Азат  Сафиуллин. Әйткәндәй, хоккей тип йән атҡан Азат Раил улы үҙе лә тәжрибәле уйынсыларҙың береһе. Ул элек-электән Магнитогорск ҡалаһының һәүәҫкәр клубтарының береһендә шөғөлләнә, бөгөн ул 40+ (40 йәштән өлкәндәр) категорияһында уйнай. Хоккейсылар остазы 2022 йылда “Ауыл тренеры” програмаһы буйынса сертификатҡа лайыҡ булған.

– Әйткәндәй, Башҡортостанда, хәҙерге ваҡытта 18 хоккей майҙансығы бар, уларҙың 8-е Өфөлә. Баш ҡала менән бергә 11 торама пунктта ғына спортсылар йыл әйләнәһенә хоккей менән шөғөлләнеү мөмкинлегенә эйә. Сағыштырыу өсөн миҫалға күрше Татарстанды алайыҡ. Һуңғы 20 йылда республика федераль программалар һәм бағыусылар ярҙамы менән 50 боҙ аренаһы төҙөгән, бөгөн төбәктә йәмғеһе 56 ябыҡ боҙ майҙансығы ғәмәлдә. Һәм улар бының менән генә сикләнмәй: боҙ комплекстары төҙөү буйынса яңы программаны бойомға ашырыу юлында. Уға ярашлы, 2030 йылға Татарстандың ҡалған 12 районында бөтә уңайлыҡтары менән типовой ябыҡ катоктар төҙөләсәк. Башҡортостанда ла хоккейҙы үҫтереүгә шарттар булдырыуға, айырыуса быға ихтыяж булған райондарҙа етди иғтибар булһын ине, – ­ тип тамамланы һүҙҙе А. Р. Сафиуллин.

Автор: Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас