Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Декабрь 2025, 10:10

«Ауыл тренеры» проекты еңеүселәре бүләкләнде

Сертификаттар - 1 миллион һумлыҡ!

«Ауыл тренеры» проекты еңеүселәре бүләкләнде
«Ауыл тренеры» проекты еңеүселәре бүләкләнде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Ауыл тренеры» программаһында ҡатнашҡан биш кешегә1 миллион һумлыҡ бер тапҡыр бирелә торған сертификаттар тапшырҙы. 

Дыуан районы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең фигуралы шыуыу буйынса тренер-уҡытыусыһы Валерия Храмцова, Учалы районы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең еңел атлетика буйынса тренер-уҡытыусыһы Максим Тимофеев, Яңауыл районы «Йәшлек» спорт мәктәбенең спорт көрәше буйынса тренер-уҡытыусыһы Илназ Ханов, Туймазы районы 2-се спорт мәктәбенең футбол буйынса тренер-уҡытыусыһы Рәмил Низаметдинов, Ишембай районы 3-сө спорт мәктәбенең волейбол буйынса тренер-уҡытыусыһы Николай Жуков бүләкләнде.

«Беҙ ауыл тренерҙарына күрһәтелгән ярҙам өсөн рәхмәт белдерергә теләйбеҙ. Был награда балалар-үҫмерҙәр спортын үҫтереүгә, йәш спортсылар тәрбиәләүгә тос өлөш индереү ул. Яңынан-яңы еңеүҙәр яуларбыҙ», – тине Ишембай районы тренеры Николай Жуков.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда «Ауыл тренеры» программаһы буйынса түләүҙәр 600 мең һумдан 1 миллион һумға тиклем артты. Шулай уҡ белгестәр 2024 йылда башланған «Ҡала тренеры» программаһында ҡатнаша ала.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2025-12-01/glava-bashkirii-nagradil-uchastnikov-proekta-selskiy-trener-4488230

Автор:
Читайте нас