"Урал ынйылары" өлгөлө бейеү ансамбле сығыш яһағандан һуң, район башлығы Айрат Әминев, Башҡортостан Республикаһының Кикбоксинг Федерацияһы етәксеһе Константин Шестаков һәм "Салауат" ЯСЙ-һы етәксеһе Таһир Бәхтегәрәйевтар йәш спортсыларҙы һәм ҡатнашыусыларҙы ҡотлау һүҙҙәре менән сараның рәсми өлөшөн асты.
Кикбоксинг ярышында Өфө, Сибай, Магнитогорск, Учалы ҡалаларынан һәм Әбйәлил, Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура райондарынан, Силәбе өлкәһенең Наровчатка ҡасабаһынан 18 командала 158 кеше ҡатнашты. Команда иҫәбендә Әбйәлил районы командаһы беренсе урын яуланы. Икенсе урынға Магнитогорск ҡалаһының "Атлет" спорт клубы тәрбиәләнеүселәре сыҡты һәм өсөнсө урын Учалы ҡалаһынан "Патриот" спорт клубы спортсыларына бирелде. Еңеүселәр һәм призерҙар маҡтау грамоталары, миҙалдар менән билдәләнде.
Гөлнара НУРҒӘЛИЕВА.