Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Февраль , 14:39

Гөрләп торҙо Ҡаҙмаш туғайҙары

5 - 6 февралдә билдәле саңғысылары менән дан тотҡан Ҡаҙмаш ауылында Башҡортостан Республикаһы уҡыусыларының ХХVIII спартакиадаһы иҫәбенә республика төбәк-ара саңғы ярыштары уҙҙы.

Ярышта үҙҙәренең райондарында ярышып, иң көслөләр тип табылған Бөрйән, Ейәнсура, Хәйбулла һәм, әл-биттә, үҙебеҙҙең Әбйәлил саңғысылары ҡатнашты. Райондың иң түбән температуралы  төбәктәренең береһе булып танылған Ҡаҙмаштағы сатлама һыуыҡ көн дә, әсе ел дә ҡурҡытманы балаларҙы, уларҙың бәләкәй генә йөрәктәрендә спортҡа һөйөү уты дөрләп яна, күрәһең. 
Саф һауа, салт аяҙ көндөң сағыу ҡояшы килеште балаларға, уларҙың бер-береһен ҡеүәтләп ҡысҡырған шат тауыштарынан Ҡаҙмаш туғайҙары гөрләп торҙо. Ярыштар барған ике көндә лә «Салауат» ЯСЙ-һы  спонсор булараҡ сығыш яһаны, улар ярҙамы менән әҙерләнгән тәмле төшкө аш та саңғысыларға көс биреп, ихлас ярышыуға әйҙәп торған кеүек ине. Еңеүгә ынтылыш, ҙур оҫталыҡ, сыҙамлылыҡ күрһәтеп ярыштың беренсе көнөндә 1, 2, 3 километр алыҫлыҡта ярышты улар. Бер километр алыҫлыҡҡа йүгергән 2014-2015 йылғы ҡыҙҙар араһынан  беренсе, икенсе, өсөнсө урындарҙы Бөрйән ҡыҙҙары Карина Иманғолова, Илүзә Мөхәмәтҡолова, Гөлнәфис Усмановалар яуланы. Ошо уҡ арауыҡта малайҙар араһынан Бөрйән егеттәре Илъяс Ҡарамышев беренсе, Тамерлан Ишемов икенсе һәм Әбйәлил егете Тамерлан Байтурин өсөнсө урындарға лайыҡ булдылар. 
Ике километр алыҫлыҡҡа йүгергән 2012-2013 йылғы ҡыҙҙарҙан финишты беренсе-икенсе булып Әбйәлил ҡыҙҙары Сәлиә Асҡарова менән Алина Хәйбуллина уҙһа, Ейәнсуранан Гөлнар Өркөнбаева өсөнсө булып килде. Был арауыҡта малайҙарҙан Әбйәлил егете Хәйҙәр Хәкимов беренсе, Ейәнсуранан Илсур Мусин икенсе, Бөрйәндән Тамерлан Ишемов өсөнсө булдылар. 

Икенсе көндә ярыш эстафеталарға бағышланды. Тап ошондай мәлдәр балаларҙа берҙәмлек тойғоһо, команда рухы тәрбиәләүгә булышлыҡ итә лә инде. Һәм улар һынатманы ла, бигерәк тә беҙҙең Әбйәлил районы командалары үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан күрһәтеп, юғары һөҙөмтәләргә өлгәште. Бына уларҙың тырышлыҡ емештәре: 2012-2013 йылғы егеттәр араһында — икенсе урын, ҡыҙҙар араһында – беренсе урын алһалар,  2014-2015 йылғы малайҙар һәм ҡыҙҙар икенсе урындарға лайыҡ тип табылды. Дөйөм команда беренселегендә  2012-2013 йылғы  балалар араһында Әбйәлил командаһы – беренсе, Ейәнсура районы командаһы икенсе урынға лайыҡ булды. 2014-2015 йылдарҙа тыуған балаларҙан торған командаларҙан беренсе урынды бөрйәндәр, икенсе урынды әбйәлилдәр һәм өсөнсө урынды ейәнсуралар алды. Йәш спортсыларға киләсәктә лә һайлаған юлдарынан тайпылмай сәләмәт тормош алып барырға, яңынан яңы үрҙәр яулап тыуған илгә, халҡына файҙалы кешеләр булып үҫергә яҙһын. 

Гөлнара НУРҒӘЛИЕВА.

Читайте нас