Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Февраль , 11:01

Аяғына баҫҡаны - саңғыға ла баҫҡан

Рысҡужа, Ҡаҙмаш халҡы үҙҙәренең спорт һөйөүсән, еңел һөйәкле халыҡ икәнен күптән танытҡан. Ҡышҡы спорт төрҙәре лә бында бик популяр, сәкән һуғыу, сана һәм бигерәк тә саңғы шыуыу үҙен ихтирам иткән һәр кемдең яратҡан шөғөлө. Бөтә ғаиләләре менән саңғыла йөрөргә яратҡан кешеләр ҙә бар был яҡтарҙа.

Рысҡужа ауылында йәшәгән Асҡаровтар тап шундайҙарҙан. Ошо ауылда тыуып үҫкән ғаилә башлығы Самат та, Баймаҡ районынан килен булып төшкән ғаилә тотҡаһы Юлиә лә бәләкәй саҡтарынан саңғыға баҫып, спортты һөйөп үҫәләр, улай ғына түгел бөгөн дә дуҫ булып ҡалалар. Ата-әсәһе шундай булғас, балалары бүтәнсә булыуы мөмкинме һуң? Юҡ, әлбиттә! Ғаиләләге дүрт баланың икәүһе оҫта саңғысы булып танылған да инде. Иң ҙурҙары, Ишембай ҡалаһының хәрби кадет мәктәбенең һигеҙенсе класында уҡыусы Айтуған саңғы ярыштарында ҡатнашып, һәр саҡ яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Ҡаҙмаш мәктәбенең алтынсы класы уҡыусыһы Сәлиә үҙ категорияһында берәүҙе лә алдына сығарғаны юҡ. Яңы ғына уҙған Башҡортостан Республикаһы уҡыусыларының ХХVIII спартакиадаһы иҫәбенә республика төбәк-ара саңғы ярыштарында ҡатнашып беренсе урын алды Сәлиә. Беренсе класта ғына уҡыуына ҡарамаҫтан, ғаиләләге өсөнсө бала булған Заһит та саңғы ярыштарында ҡатнаша һәм тиҙҙән уның исеме лә еңеүселәр рәтендә яңғырарына шик юҡ. Өс кенә йәшлек бәләкәй Йәмилә әлегә апай-ағайҙарының саңғыла шыуғанын ҡарарға ғына йөрөй. Моғайын, ул да ғаилә йолаһына хыянат итмәҫ, киләсәктә саңғыға баҫып Асҡаровтарҙың исемен данлар. Атай йортонда төпләнеп, оло әсәһенә ихтирам-хөрмәт күрһәтеп, шәхси хужалыҡтарында күпләп мал-тыуар үрсетеп, балаларына матур тәрбиә биреп йәшәй Асҡаровтар ғаиләһе.

Г. ҒИБӘҘУЛЛИНА. 

Читайте нас