21 февралдә Ватан һаҡлаусылар байрамы алдынан хеҙмәт ветераны, Рәсәй Федерацияһының сауҙа өлкәһе алдынғыһы Мәһәҙей Ҡужахмәтовтың яҡты иҫтәлегенә 5-се тапҡыр бильярд буйынса турнир уҙғарылды.
Мәһәҙей Мәхмүтдин улы 1929 йылдың 7 июлендә Амангилде ауылдында тыуған. Үҫмер сағы ауыр Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килә. Ялан-ҡырҙарҙа әттек, һарына эҙләп, баҫыуҙарҙа иген бөртөктәрен сүпләп йөрөгән саҡтарын бик әсенеп хәтерләп һөйләй ине. Шуға ла тыныс ғүмерҙең ҡәҙерен белеп, тырышып, бар көсөн һалып матур тормош ҡора. Мәһәҙей Ҡужахмәтовтың хеҙмәт стажы 48 йыл, шуның 34 йылын сауҙа өлкәһенә бағышлаған. Тәүҙә склад мөдире, 1956 йылдан һатыусы, 1961 йылдан сельпо рәйесе, артабан 1992 йылға тиклем ХТП директоры вазифаларын биләй. Амангилде, Үтәгән, Рысҡужа, Исхаҡ, Мәйгәште, Хәмит, Шәрип, Боранғол, Ҡолғана ауылдарының магазиндарын хеҙмәтләндерә. Ниндәй генә вазифала булыуына ҡармаҫтан һәр эште ғәҙел һәм намыҫлы башҡара. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ауыл мәсетенең имам хатибы булды, ауылдаштарына иман нурын өләште.
Мәһәҙей Ҡужахмәтов туған йәнле булды. Амангилде ауылының тотош ҡарғалар араһын йыйып, ҙур шәжәрә байрамын ойоштороуға өлгәште. 60 йылдан ашыу татыу ғүмер иткән тормош иптәше Хәтирә Моталлап ҡыҙы менән һәр ваҡыт үҙенең балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен, кейәү-килендәрен йыйып, туғанлыҡ ептәренең мөһимлеген һеңдерә алды.
Мәһәҙей Мәхмүтдин улының яҡты донъянан китеүенә ете йыл булып килә. Уның балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре ул һалған матур йолаға тоғро ҡалып, йышыраҡ күрешеү сәбәбен таба. Шуларҙың береһе – Амангилде ауылы ир-егеттәре араһында бильярд буйынса турнир уҙғарыу.
Амангилде мәҙәниәт йоротонда үткән быйылғы турнир Мәһәҙей Мәхмүтдин улы йырларға яратҡан “Йәнбикә” йыры менән асылды. Ейәне Айнур Ҡужахмәтов башҡарыуындағы йыр бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр. Оло ҡыҙы Илүзә Шаһыбалова атаһы хаҡында матур ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрөп, үткәндәргә ҡайтып әйләнде. Өфөнән ҡайтҡан кейәүе Фәнил Сафин мәҙәниәт йоротона бильярд уйынының төп ҡоралы булған кий бүләк итте.
Ир-егеттәр бильярдта ла, өҫтәл теннисында ла көс һынашты. Уйындар сәмле, дәртле, ихлас үтте. Бильярд ярышының һөҙөмтәләре түбәндәгесә билдәләнде: беренселекте Дәүләт Ҡадиров менән Нәзиф Шакиров, икенселекте Вәхит Камалов менән Ирәмән Хәмзин, 3-сө урынды Фәнил Ҡужахмәтов менән Азат Мансуров бүлеште. Өҫтәл теннисы буйынса Ғәлим Мортазин – беренсе, Азат Мансуров – икенсе, Айнур Ҡужахмәтов өсөнсө урынға лайыҡ булды. Ҡатын-ҡыҙҙар тәмле, мул өҫтәл әҙерләһә, эшҡыуар Рамаҙан Шаһыбалов матур йолаға бағыусы булараҡ ҡушылырға теләк белдереп, сарала ҡатнашыусыларҙы былау менән һыйланы. Бала-саға дартс һәм өҫтәл уйындарында ҡатнашты. Ярышта еңеүселәр миҙалдар һәм ҡиммәтле бүләктәр алып ҡыуанды.
Сарала ҡатнашыусылар яҡты хәтирәләргә, уйын-көлкөгә тулы саранан рухи көс алып, туғанлыҡ берҙмәлеген нығытып таралашты.
Айгөл ҠУЖАХМӘТОВА.