2010-2013 йылғы йөҙөүселәр командаһы ныҡышмалы көрәштә алтын миҙал яуланы. 2010-2013, 2014-2015 йылдарҙа тыуған балаларҙың ике командаһы - көмөш, 2014-2015 йылғылар командаһы бронзаға лайыҡ булдылар. Йөҙөүселәрҙең күп бәйгелә шәхси ҡаҙаныштары ҡыуандырҙы. Был спортсылар пьедесталға күтәрелде: Динислам Фәтхетдинов, Вадим Сабитов, Латифа Төркмәнова алтын; Аксана Бердникова, Әминә Манапова, Ангелина Зайцева, Дана Ҡыуатова көмөш миҙал яуланылар. Инесса Хаҡыева, Владимир Подарков, Айҙар Ниғмәтов бронза миҙалдарына лайыҡ булды.Һәр береһе йөҙөүгә көс, ихтыяр һәм еңеүгә ынтылыш күрһәтте. Тренер Николай Пономаревтың рухы уның уҡыусыларында, уларҙың ныҡышмалылығында һәм йөҙөүгә һөйөүендә йәшәүе ҡыуаныслы.
Клубы тәрбиәләнеүсеһе Владимир Поярковтың өсөнсө өлкәндәр разряды нормативын үтәүе айырыуса маҡтауға лайыҡ. Был етди алға китеш һәм спорт оҫталығының үҫеүен раҫлау булды. Владимирҙы ҡотлайбыҙ!
–Бағыусыларыбыҙ Магнитогорск Идара итеү Һәм хоҡуҡ колледжына, Магнитогорск ҡалаһының Activelife магазинына, "Титан"сауҙа үҙәгенә айырым рәхмәт белдерәм. Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, "Косатка"! – тине ярыштарҙы ойоштороусы һәм спорт йөҙөү секцияһы тәрбиәләнеүселәренең ата-әсәләр комитеты рәйесе Андрей Бердников.
Гөлнара ШАКИРОВА.