Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Март , 12:00

Батырҙар тураһында иҫтәлек мәңгелек

Буранғолда махсус хәрби операция барышында батырҙарса һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә хоккей турниры үтте.

Батырҙар тураһында иҫтәлек мәңгелек
Батырҙар тураһында иҫтәлек мәңгелек

Ярыштарҙы асып, Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғырағас,  имам-хатиптар Милләт Солтанов һәм Жәмил Солтанов һәләк булған яугирҙәр рухына аят бағышланы.

Буранғол биләмәһе башлығы Фуат Шәрәфетдинов Ватаныбыҙҙы яҡлап ҡаһармандарса һәләк булған геройҙарҙы яҡташтары онотмауы, улар хаҡында иҫтәлек мәңгелек булыуын билдәләп үтте. Тыуған ере өсөн ғүмерҙәрен биргән батырҙарҙың әсәләре исеменән сығыш яһаған Илсиә Солтанова, Йәмилә Моратшина сараны ойоштороусыларға рәхмәт белдереп,  хәрби хәрәкәттәрҙең тиҙерәк тамамланыуын, яугирҙәрҙең өйҙәренә, ғаиләләренә имен-аман ҡайтыуын теләне. Мәрхүм Илдар Камаловтың ҡатыны Регина Камалованың телмәрен  тыңлағанда күптәр күҙ йәштәренә ирек бирҙе.

Турнирҙа Асҡар, Ишбулды, Ташбулат, Буранғол һәм Хәлил командалары көс һынашты. Көн оҙоно дауам иткән көсөршгәнешле ярышта ишбулдылар беренселекте бирмәне. Көмөш миҙал "Ташбулат" командаһына эләкте, ә бронзаны "Асҡар" командаһы алды. Еңеүселәр һәм призерҙар кубоктар, грамоталар, миҙалдар менән бүләкләнде, шулай уҡ уларға һәләк булған яугирҙәрҙәң ата-әсәләре, туғандары һәм яҡындары булдырғған аҡсалата премиялар тапшырылды.

Боҙ аренаһында үҙен шәп уйынсы итеп күрһәткән 9 йәшлек  Илһам Һиҙиәтов айырыуса маҡтауға лайыҡ.  

Көн дауамында турнирҙа ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар өсөн Буранғол мәктәбенең интернаты ашханаһында эҫе аш ойошторолдо.

Автор: Рамиля Истанбаева
Читайте нас