8-15 февралдә «Абҙаҡ» тау саңғыһы курортында ишетеү һәләтенән мәхрүмдәр араһында тау саңғыһы спорты буйынса Рәсәй беренселеге һәм чемпионаты уҙҙы.
Ярыштар Сурдлимпия уйындарында сығыш яһаясаҡ милли йыйылма командаға һайлап алыу туры булды. Ул 2027 йылдың ғинуарында Австрияла үтәсәк.
Саңғысылар биш дисциплинала ярышты: супер-гигант, супер-комбинация, слалом-гигант, слалом һәм Рәсәй тау саңғыһы спорты тарихында тәүге тапҡыр параллель слаломда.
Ярыштарҙа Рәсәйҙең 13 субъектынан спортсылар ҡатнашты.
Башҡортостан Республикаһы командаһында Рысҡужа ауылынан Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе ағзаһы Зөлфир Зәйнуллин ҡатнашты.
Зөлфирҙең сығыш яһау һөҙөмтәләре:
Слалом – 1 урын;
Слалом-гигант – 2-се урын (еңеүсенән 0,11 секундҡа ғына ҡалышып);
Супер-комбинация – 2-се урын;
Супер-гигант – 4-се урын.
Рәсәй чемпионатында юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән яҡташыбыҙ 2027 йылғы ҡышҡы Сурдлимпия уйындарында ҡатнашыуға кандидаттар пулына инде.
Рәсәйҙең көслө спортсылары араһында лайыҡлы сығыш яһауы менән ҡотлап, Зөлфиргә артабан да ярыштарҙа уңышлы сығыш яһауын теләйбеҙ. Беҙ һинең менән бик ғорурланабыҙ!