

«Әбйәлилдең хеҙмәт резервтары» ГТО нормативтарын тапшырыу фестиваленең һөҙөмтәләре билдәле булды.
Фестивалдә район балалар ижады йорто, район ветеринария станцияһы, Әбйәлил урман хужалығы һәм Әбйәлил урмансылығы, Т. Кусимов исемендәге гимназия, «Сулпылар», «Миләш», «Ҡайынҡай» балалар баҡсалары, Асҡар полилингвиаль мәктәбе, «Яҡтыкүл» шифаханаһы, район суды, «Башкиравтодор» коллективы һәм «Ҡурай» ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәге командалары ҡатнашты. ГТО тапшырыусылар отжимание, пресс эшләү, оҙонлоҡҡа һикереү, ҡалҡыныу, 1000 метрлыҡ арауыҡҡа йүгереү, 50 метрға йөҙөү (һайлау буйынса), электрон ҡорал менән атыу (һайлау буйынса) кеүек нормативтарҙы тапшырыуҙа ярышты.
Фестиваль шәхси-команда форматында үтте. Ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы Айрат Әминев тәбрикләне һәм бүләктәр тапшырҙы.
65-69 йәштәге ир-егеттәр араһында Яхъя Ҡаҙаҡбаев (балалар ижады йорто), 60-64 йәшлектәр араһында Ғәйнетдин Ғиләжев (район хакимиәте) еңеүселәр тип билдәләнде. Һуңғы категорияла икенсе урынды Сәрүәр Сафиуллин («Ҡурай» ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәге), өсөнсө урынды Фәнис Нафиҡов (Т. Кусимов исемендәге гимназия) алды.
55-59 йәшлек гүзәл заттар араһында Илүзә Мөхәмәтдиноваға («Ҡурай» ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәге) етеүсе булманы. Лилиә Вәлиева (балалар ижады йорто) икенсе, Инзиә Мәхмүтова («Ҡурай» ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәге) өсөнсө урынға сыҡты.
50-54 йәшлектәр араһында балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәре алдынғылыҡты бирмәне. Гәүһәр Суфиянова («Миләш») алтын, Земфира Фәттәхова («Ҡайынҡай») көмөш, Алһыу Хәлилова («Сулпылар») бронза миҙалға лайыҡ булды.
45-49 йәшлек ир-егеттәр араһында Фәрит Шәрәфетдинов («Яҡтыкүл» шифаханаһы) беренсе, Рәфис Усманов (Асҡар полилингваль мәктәбе) икенсе, Илгиз Хилажев («Яҡтыкүл» шифаханаһы) өсөнсө урынды алды. Ошо уҡ категориялағы ҡатын-ҡыҙҙар араһында Айгөл Хәмзина («Урмансылыҡ менән идара итеү») алтын миҙал яулаһа, Гөлфирә Хәкимова (балалар ижады йорто) көмөш, Зөлфиә Ғарипова («Яҡтыкүл» шифаханаһы) бронза миҙал менән тәбрикләнде.
40-44 йәшлек ир-егеттәр араһында Тимур Фәттәхов (гимназия) беренсе, Вадим Әхмәтнәбиев (район суды) икенсе, Марат Фәттәхов («Башкиравтодор») өсөнсө урында билдәләнде. Ошо уҡ йәш категорияһындағы гүзәл заттар араһында Айбикә Яныбаева менән Миләүшә Кейекҡужина («Миләш») беренсе һәм өсөнсө урындарҙы бүлешһә, Әлиә Ғәлина (гимназия) икенсе урында еңеүсе булды.
35-39 йәшлек ир-егеттәр араһында «Башкиравтодор» егеттәре иң шәптәре тип табылды. Денис Хәйруллин менән Нуриман Ихсанов тәүге урындарҙа билдәләнһә, Айбулат Ҡорбанғәлин (гимназия) өсөнсө урынға сыҡты. Ошо уҡ категориялағы ҡатын-ҡыҙҙар араһында Гүзәл Ҡорбанова (район суды) беренсе, Асия Өмөтҡужина (балалар ижады йорто) икенсе, Алһыу Ниғмәтуллина («Ҡурай») өсөнсө урында еңеүсе тип табылды.
30-34 йәшлек ир-егеттәр араһында Азамат Әхмәтҡужин беренсе, Урал Нәбиуллин (ветстанция) икенсе, Илмир Рәхмәтов (район суды) өсөнсө урында билдәләнде. Гүзәл заттар араһында Гүзәлиә Дәүләтова («Ҡурай») алдынғылыҡты бирмәһә, Рәшиҙә Мөхәмәтғәлина («Ҡайынҡай») икенсе, Гүзәл Носратова («Сулпылар») өсөнсө урынды яуланы.
25-29 йәшлек ир-егеттәр араһында Тимур Баһауетдинов («Урмансылыҡ менән идара итеү») алтын миҙал яуланы. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Гөлнур Минһажева («Яҡтыкүл») алтын, Рита Мөхәмәтдинова («Урмансылыҡ менән идара итеү») көмөш, Эльмира Динисламова («Ҡайынҡай») бронза миҙалға лайыҡ булды.
20-24 йәшлек егеттәр араһында «Яҡтыкүл» шифаханаһынан Байрас Кинйәбаев һәм Айҙар Мырҙин тәүге урындарҙа билдәләнһә, Асҡар полилингваль мәктәбенән Арсен Ниғмәтуллин өсөнсө урынды алды. Ошо уҡ категориялағы ҡыҙҙар араһында «Яҡтыкүл» шифаханаһынан Гөлназ Әлимғужина беренсе, Нургизә Сөләймәнова өсөнсө урында еңеүсе булһа, Асҡар полилингваль мәктәбенән Ләйсән Моратова икенсе урынға сыҡты.
Командалар араһында ла урындар билдәләнде. Ир-егеттәр араһында «Яҡтыкүл» шифаханаһы беренселекте бирмәне. «Башкиравтодор» егет-тәре икенсе, Т. Кусимов исемендәге гимна-зия өсөнсө урынды яуланы. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында «Ҡурай» ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре мәрәйҙәр буйынса беренсе урынды яулаһа, балалар ижады йорто икенсе, «Миләш» балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре өсөнсө урынды алды.
«Башкиравтодор» коллективы «Көс төрҙәрендә иң яҡшы коллектив», «Сулпылар» балалар баҡсаһы «Иң һығылмалы команда», Асҡар полилингваль мәктәбе «Иң сыҙам команда», Ғәйнетдин Ғиләжев 60 йәштән өлкәндәр араһында, ә Гәүһәр Суфиянова 50 йәштән өлкәндәр араһында «ГТО-ның алтын запасы» номинацияларында билдәләнде. ГТО фестиваленең күсмә кубогына «Яҡтыкүл» шифаханаһы коллективы лайыҡ булды. Фестивалдә ҡатнашыусы башҡа коллективтарға рәхмәт хаттары тапшырылды.