Спорт
2 Июля , 11:40

Өфө Рәсәй халыҡтары спартакиадаһының көрәш турниры үтәсәк

Баш ҡалала Көрәш һарайы Рәсәй халыҡтары спартакиадаһының көрәш турнирын ҡабул итергә әҙерләнә. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Өфө Рәсәй халыҡтары спартакиадаһының көрәш турниры үтәсәкӨфө Рәсәй халыҡтары спартакиадаһының көрәш турниры үтәсәк
Өфө Рәсәй халыҡтары спартакиадаһының көрәш турниры үтәсәк

Өфөнөң Көрәш һарайы Рәсәй халыҡтары спартакиадаһының спорт көрәше буйынса ярыштары өсөн төп майҙансыҡҡа әүерелә. Республика хөкүмәте вице-премьеры – спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итеүенсә, турнир 7-12 сентябрҙә ойошторола.

Көрәш һарайы – майҙаны 28 000 квадрат метрлыҡ донъя кимәлендәге объект. Ул 2024 йылда Өфөнөң 450 йыллығы айҡанлы асылды. Комплекс халыҡ-ара стандарттарҙы иҫәпкә алып төҙөлгән һәм төрлө кимәлдәге турнирҙар үткәреү өсөн лицензия алған.

Өфөлә бюындай ҙур спорт сараһы «Демография» милли проекты составына ингән «Спорт – тормош нормаһы» федераль проекты сиктәрендә ойошторола.

ФОТО: "Башинформ".

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас