

Буласаҡ физкультура залы бинаһының майҙаны - 500 квадрат метр. Хәҙер сэндвич-панелдәрҙән стеналар һалына. Артабан витраж тәҙрәләр ҡуйыласаҡ һәм төҙөүселәр биҙәү эштәренә тотонасаҡ.
Бинала спорт залынан тыш, ял итеү зонаһы менән фойе, тренерҙар һәм спорт инвентары кабинеттары, душ бүлмәләре һәм санузел ҡаралған. Зал бөтә кәрәкле спорт ҡорамалдары менән йыһазландырыласаҡ.
- Был проект Әбйәлил районы өсөн генә түгел, «Салауат»компанияһы өсөн дә социаль әһәмиәтле. Шуға күрә беҙ проекттың уңышлы тормошҡа ашырылыуын күҙәтәбеҙ. Күргәндәр, әлбиттә, ҡыуандыра: эштәр әүем бара, төҙөүселәр уны ваҡытында тамамлау өсөн бар көсөн һалып эшләй. Бының өсөн кәрәкле бөтә техника, ҡорамалдар, инструменттар бар. Подряд ойошмаһы етәксеһе Станислав Тарасюк менән эргә-тирәләге биләмәне төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү мәсьәләләрен дә ҡҡараныҡ. Төҙөлөш тамамланыуын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ! – тип үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты ошо көндәрҙә объектта булып, төҙөлөш темптарын тикшергән «Салауат» компанияһы директоры Таһир Бәхтигәрәев.
Бөтә уңайлыҡтары булған спорт залы асылыуҙы ла балалар ҡына түгел, тотош ауыл халҡы түҙемһеҙлек менән ктө, сөнки унда спорт яртаҡан һәр кемгә шөғөлләнергә мөмкинлек биреләсәк.