Спорт
21 Сентября , 09:08

Ат сабышы — Герой рухына мәңгелек һәйкәл

Рәсәй Геройы, яҡташыбыҙ Тамерлан Илһамовтың яҡты иҫтәлегенә арналған ат спорты бәйгеһе ысын мәғәнәһендә халыҡ байрамына әүерелде.

Айғырбатҡан утарындағы Һабантуй аҡланы был көндө йөрәктәре Ватанға һөйөү менән типкән меңәрләгән тамашасыны, тоғро көйәрмәндәрҙе һәм ат спортын һөйөүселәрҙе берләштерҙе. 

Тыуған еребеҙҙең данын яҡлап, ярыш майҙанына Әбйәлил, Бөрйән, Баймаҡ, Учалы, Белорет, Йылайыр һәм Ейәнсура райондарынан, күрше Силәбе өлкәһенән, шулай уҡ Стәрлетамаҡ, Сибай ҡалаларынан иң таһыллы һыбайлылар йыйылды.
Ярыш башланыр алдынан спортсыларҙы район хакимиәте башлығы Айрат Әминев һәм Салауат ҡалаһынан килгән Рәсәй Геройы Васил Ямалетдинов сәләмләне. Абруйлы ҡунаҡтар Башҡортостан Башлығының Һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе, билдәле хирург-ғалим Вил Тимербулатов, күренекле сәхнә оҫтаһы Рәсүл Ҡарабулатов һәм МХО ветерандары ассоциацияһы етәксеһе урынбаҫары Миләүшә Хәсәнова турнирҙа ҡатнашып, уның мәртәбәһен күтәрҙе.
Геройҙың әсәһе Айгөл Милләт ҡыҙы һәм атаһы Айсар Әнүәр улы еңеүселәргә махсус премия һәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Батырҙың ғәзиз әсәһе һәм изге йөрәкле өләсәһе Сара Сабит ҡыҙы яугир ҡатындары менән берлектә мул табын ҡороп, барыһын да тәмле бишбармаҡ менән һыйланы.    
Бәйгене «Урал ынйылары» өлгөлө бейеү ансамбле башҡарыуындағы дәртле «Ҡара юрға» бейеүе асты. Был коллективты геройҙың апайы Әлиә Фәтхетдинова етәкләй — ул яратҡан ҡустыһының рухын сәнғәт теле менән данлай. 
Йөрәктәрҙе елкендереп, Фәнилә Нөғәмәнова етәкләгән «Талисман» төркөмөнөң «Ода верности коню», «Башҡорт аты» йырҙары яңғыраны. «Етегән» төркөмө солисы Заһит Ғәбитов башҡарыуындағы йыр айырыуса тулҡынландырғыс булды,   һәүәҫкәр шағир Сәйфулла Ғайсин һүҙҙәренә Илмир Үҙәнбаев ижад иткән был композиция Тамерландың батырлығына мәдхиә булып яңғыраны, байрамға тәрән мәғәнә өҫтәне. 
Һабантуй аҡланы геүләп торҙо! Бәйгегә сыҡҡан аттар биш арауыҡта сабышты. Арғымаҡтарҙың көслө тояҡ тауышынан саң-туҙан борҡотоп елгән һыбайлыларҙың һайт-һайтлауынан күк йөҙө тотош туғай шаулап торҙо, бәйгеселәрҙе көйәрмәндәр дәртләндереп ҡаршыланы. 
Төрлө арауыҡҡа сабыштарҙа тиңһеҙ таһыллыҡ һәм сыҙамлыҡ күрһәтеп, ике тапҡыр беренсе урынға Альберт Мөхәмәҙиев сыҡты, уның саптары береһенә лә ал бирмәне. Венер Байтурин, Динар Фәзлетдинов һәм Снежана Таймасовалар ҙа еңеүгә өлгәште. Призлы урындарҙы Ислам Мәжитов, Илсен Ҡоҙабаев, Даниэль Таймасов, Вадим Ғәтиәтуллин, Альберт Мөхәмәҙиев, Сафия Йәһүҙина, Зариф Аҡмырҙин, Венер Байғужин, Ильяс Шөғүров, Максим Гаврилов яуланы.   
Сараны ойоштороуға битараф ҡалмай, ихлас ярҙам ҡулы һуҙған барлыҡ изге күңелле яҡташтарға Геройҙың яҡындарының рәхмәте сикһеҙ. Айырыуса район хакимиәте башлығы Айрат Зиннәт улына, ауыл хужалығы идаралығына һәм уның етәксеһе Ирек Хәсәновҡа, район балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Ласын Усмановҡа, хәрби-патриотик спорт үҙәге директоры Азамат Амангилдинға, турнирҙы ойоштороуҙы үҙ иңенә алған Зөлфәр Мөхөтдиновҡа, шулай уҡ Илгиз Хилажевҡа, Йәлил Зәйтүновҡа, Ринат Бейешевҡа, Фуат Талиповҡа, Альбина Хөшшәмоваға, Назар Таһировҡа, саптарҙарҙың тоғро хужаларына һәм был изге эшкә көсөн йәлләмәгән бөтә ҡатнашыусыларға ла афарин!
Тамерлан Илһамовтың исеме тарих биттәрендә алтын хәрефтәр менән яҙылған кеүек, ошо ат сабыштары ла уның ҡаһарман рухына мәңгелек дан йырланы.

Гөлнара Ғиниәтова.

Читайте нас