Спорт
9 Октябрь , 09:49

«Комбат» иң көслөләрҙе асыҡланы

Тамерлан Илһамов исемендәге «Батыр» физкультура комплексында Рәсәй Геройы Т. А. Илһамовтың иҫтәлегенә хәрби көрәш буйынса «Комбат» асыҡ республика турниры уҙҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google

SAFE-COMBAT һәм FREE-COMBAT дисциплиналарында үткән ярышта Әбйәлил, Хәйбулла, Бөрйән, Учалы райондарының һәм Магнитогорск ҡалаһының ете спорт клубынан 100-ҙән ашыу спортсы көс һынашты.

Сара тантаналы асылды. Рәсәй һәм Башҡортостан байраҡтарын күтәреү хоҡуғы республика һәм Бөтә Рәсәй беренселектәре, халыҡ-ара турнирҙар еңеүселәре, республика һәм Рәсәй йыйылма командалары ағзалары булған Асҡар ауылының «Төньяҡ Амурҙары» спорт клубы тәрбиәләнеүселәре Дарья Яковлева менән Роман Изгинға бирелде. Сәләмләү һүҙҙәре менән район башлығы А. З. Әминев, хәрби комиссар А. Г. Илларионов, баш судья М. М. Нурисламов һәм Геройҙың ата-әсәһе А. М. Шакирова менән А. Ә. Илһамов сығыш яһаны. Ярышта ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы «Урал ынйылары» өлгөлө бейеү ансамбле коллективы (етәксеһе Ә. М. Фәтхетдинова), «Тамерлан» йыры менән Заһит Ғәбитов дәртләндерҙе.
Турнир бик ҡомарлы һәм ғәҙел уҙҙы. Яҡташтарыбыҙ үҙ ауырлыҡ һәм йәш төркөмдәрендә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Асҡарҙан «Төньяҡ Амурҙары» спорт клубынан Ибраһим Маннапов, Динислам Муллахмәтов, Динислам Хөбитдинов, Алан Әхтәров, Евгений Гусев, Ислам Әлибаев, Шәйхислам Мәхмүтов, Хәйҙәр Ғиндуллин, Мөхәмәт Хөбитдинов, Роман Изгин, Алмас Ишбулатов, Айбулат Ғафаров, «Баш бүре» клубынан («Батыр» ФҺК-һы) Эмиль Моратов, Динислам Фәтхетдинов, Таштимер ауылының «Ҡорос» клубынан Ғәбдинур Әбдразаҡов, Егор Закирьяев, Линар Хисмәтов беренсе урынға лайыҡ булды.
Икенсе урындар: Данил Ҡолсәйетов, Камил Ҡаһарманов, Арсен Ғиззәтов, Батырхан Нөғәмәнов, Илнур Бикмашев, Тамерлан Шаһниязов,  Данил Исламов («Төньяҡ Амурҙары»), Артем Ҡотоев, Руслан Ишмырҙин, Рамаҙан Килмөхәмәтов («Баш бүре»), Юрий Соколов, Аким Йосопов, Рәвил Вәлитов («Ҡорос»),  Ринат Ҡараҡаев, Арсен Килдейәров («Ырыу», Асҡар ауылы) икенсе урында билдәләнде.
Рушан Ғисмәтуллин, Лидар Ғөбәйҙуллин, Арслан Әлибаев, Эмиль Хөснитдинов, Динислам Дәүләтшин, Динар Шәһәрғазин («Төньяҡ Амурҙары») Ихсан Үтәбаев, Артем Сафин, Арслан Ҡарасов, Әлмир Һибәтуллин («Баш бүре»),  Вилдан Абдуллин, Сабит Сабитов, Сыңғыҙ Шаһиев, Сөләймән Баймөхәмәтов («Ырыу»), Данис Низамов,  Ильяс Килдейәров,  Эльдар Сөләймәнов, Ибраһим Әбдразаҡов («Ҡорос») өсөнсө урын яуланы.
Ҡыҙҙар араһында үҙ категорияһында призлы урындарға лайыҡ булдылар: Дарья Яковлева («Төньяҡ Амурҙары») – 1-се урын, Милана Малыбаева, Дания Зекрина («Баш бүре») – 2-се урын.
Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовтың ата-әсәһе иң яҡшы спортсылар — Линар Байгилдин, Матвей Лукьянов, Линар Хисмәтов, Артем Карипанов һәм Андрей Волковҡа аҡсалата бүләктәр һәм грамоталар тапшырҙы.
 Дмитрий Рахманғолов, Айдан Сәйфуллин, Ярослав Кемов, Алан Әхтәров «Иң яҡшы техника» номинацияһында «Төньяҡ Амурҙары» клубынан грамоталар һәм ҡиммәтле приздар менән бүләкләнде. Лидар Ғөбәйҙуллин «Еңеүгә ынтылыш өсөн» билдәләнде. Хәрби-патриотик спорт үҙәге «Салауат» компанияһы менән берлектә  иң әүҙем ике команданы термопоттар менән бүләкләне. Турнирҙа ҡатнашыусы бөтә командаларҙың тренерҙары ла район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.

Г. Фәтхуллина.

Читайте нас