+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
15 Ноябрь 2016, 13:28

«Ауыртҡан» мәсьәлә хәл ителә

Район башлығы Р. Һ. Сыңғыҙов ауыл йыйындарында, халыҡ алдындағы сығыштарында: «Мәктәп булһа, ауыл йәшәйәсәк», — тип йыш ҡабатлай. Ысынлап та, үткән быуаттың «перспективаһыҙлыҡ» сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙа ауылдарҙа мәктәпте ябыу төп ролде уйнаны.

Район башлығы Р. Һ. Сыңғыҙов ауыл йыйындарында, халыҡ алдындағы сығыштарында: «Мәктәп булһа, ауыл йәшәйәсәк», — тип йыш ҡабатлай. Ысынлап та, үткән быуаттың «перспективаһыҙлыҡ» сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙа ауылдарҙа мәктәпте ябыу төп ролде уйнаны. Бөгөн дә ил буйынса мәғариф системаһында оптимизация бара, ҡупшы яңғырауыҡлы һүҙ артында мәктәптәрҙе ябыу күренеше эсте бошора. Ошондай ваҡытта беҙҙә мәктәптәрҙе һаҡлап ҡалырға ынтылыу, булғанды төҙөкләндереү буйынса ҙур эштәр атҡарылыуы эскә йылы йүгертә. Һүҙ — һүҙ менән, эштә лә мәғарифҡа күп иғтибар бүлә район етәксеһе: Рим Һатыбал улының инициативаһы менән бөгөн Хәлил урта мәктәбенең спорт залы ремонт кисерә.

Һуңғы ике-өс йыл эсендә Хәлил мәктәбе күҙгә күренеп күркәмләнде. Ҡыйыҡ яңыртылды, тышҡы йөҙө заманса төҫ алды, евротәҙрәләр ҡуйылды, ҡаҙанлыҡҡа капиталь ремонт үткәс, уҡыусылар йылыға кинәнде. Быйыл мәктәптең тирә яғы матур итеп кәртәләп алынды һәм спорт залы тигән «ауыртҡан» проблема, ниһайәт, урынынан ҡуҙғалды.

Проект буйынса ул спорт залы — тамаша залы итеп төҙөлә. 60-сы йылдар уртаһында ауылда мәҙәниәт усағы булмаған саҡта, мәктәп файҙаланыуға тапшырылғас, көндөҙ балалар уҡытҡан спорт залы кистәрен ауыл клубы ролен үтәй. Ярты быуат дәүерҙә бер ҡасан да буш тормаған спорт залына үпкәләр урын юҡ. Хәлил мәктәбенең данын күтәрерҙәй нисәмә быуын спортсылар үҫтергән, физкультура уҡытыусылары тәрбиәләгән. Әммә хәҙер килеп ул капиталь ремонтҡа мохтаж ине. Ҡыйыҡты алыштырғанда түшәмде тотоп торған өрлөктәрҙең сереүе асыҡланғас, балалар өҫтөнә ишелеп төшөү хәүефе ремонтты йәһәтләтеү мәсьәләһен ҡуя. Шуға уҡыу йылы уртаһында ремонт башланғас, бер кем дә ҡәнәғәтһеҙлек белдермәгән, дәрестәр әлегә саф һауала үтә.

Подрядсы ойошма булып Асҡарҙан «Баймырҙин Р. Ҡ.» шәхси предприятиеһы сығыш яһай. Эште иң беренсе түбәне яңыртыуҙан башлағандар. Төҙөлөш технологияларын күҙәтеп, намыҫ менән эшләй төҙөүселәр. «Ҡара түшәм» менән ОСБ плиталары араһына гидропароизоляция пәрҙәһе һалғандар. Стеналарҙың иҫке штукатур ҡатламын тулыһынса аҡтарып ташлап, яңынан һылауға әҙерләгәндәр. Евротәҙрәләргә заказ биргәндәр. Шулай уҡ элекке сәхнәне ҡаплап ҡатып ҡуйылған таҡта стенаны һүтеп шлакоблоктан күтәрмәкселәр. Ишектәр ҙә яңынан ҡуйыласаҡ. Залдың тәпәш булыуы арҡаһында спорт уйындары талаптарына яуап бирмәүе мәсьәләһен дә мөмкин булғанса хәл итергә уйлайҙар, иҙән аҫтындағы ерҙе ҡаҙып иҙәнде 30-40 сантиметрға төшөрөргә уйлайҙар. Электрүткәргестәрҙе алмаштырасаҡтар. Ҡыҫҡаһы, йылылыҡ торбаларына ғына теймәйенсә, ҡалғанын тулыһынса яңыртып, иҙән-стеналарҙы буяп, тәҙрә-лампаларҙы һаҡлағыс кәртәләр менән йыһазландырып файҙаланыуға тапшырасаҡтар.

— Үҙебеҙҙең башҡорт егеттәренең эште намыҫ менән сифатлы атҡарып сығыуҙарына өмөт итәбеҙ, — ти мәктәп директоры Б. Ә. Ғәлин.

Быға тиклем Баймаҡ, Сибай яҡтарында төҙөлөш эштәре менән булышып, тәжрибә йыйған ойошманың тыуған райондағы беренсе эше төҙөүселәр бригадаһына етәкселек итеүсе Йәмил Баймырҙин әйтеүенсә, өлгөлө эш буласаҡ. Күмәк балаларҙың дер һелкетеп туп ҡаҡҡанында ла ныҡ торасаҡ стеналар, ватылмаясаҡ тәҙрәләр, йылы һәм зауыҡлы спорт залы вәғәҙәләй төҙөүселәр.

Читайте нас: