+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
18 Ноябрь 2016, 13:25

Бер зал урынына икәү

Т. Кусимов исемендәге гимназияның спорт залы ремонтлана

Элегерәк капиталь ремонт булһа, ситтән килгән төҙөүселәр, ят халыҡ эшләй, тип ризаһыҙлыҡ белдерә торғайныҡ. Ниһайәт, үҙебеҙҙең егеттәрҙең төҙөлөш ойошмалары төҙөп, конкурстарҙа лайыҡлы ҡатнаша, тендерҙарҙы ота башлауы ҡыуаныслы. Бөгөн Хәлил урта мәктәбендә Әбйәлил егеттәре спорт залын ремонтлай, Т. Кусимов исемендәге гимназияның да спорт залы яңырыу кисерә. Бындағы ҙур күләмле эштәрҙе Асҡарҙан «Регионстрой» ЯСЙ-һы башҡара. Гимназия асылғандан бирле спорт залы тәүгә ремонтлана. Бер уңайҙан бәләкәй зал эшләнеүенә ҡыуанып бөтә алмай уҡытыусылар. Бөтә кластар ҙа спорт залында шөғөлләнһен өсөн физкультура дәрестәренең расписаниеһын төҙөү еңел булмаған, бер класс эстә шөғөлләнгәндә, икенсеһе тышта дәрес үткәргән. Проект буйынса спорт инвентарҙары һаҡлау, сисенеү, душ бүлмәләре итеп төҙөлгән, ләкин ғәмәлдә файҙаланылмаған, башлыса келәт ролен үтәгән бүлмәләрҙең стеналарын емергәс, арыу ғына майҙанлы зал барлыҡҡа килгән. Төҙөүселәр ике залда ла стеналарҙы штукатурлау менән мәшғүл. Йылылыҡ системаһын үҙгәртеп ҡорғандар, ғүмер баҡый һыуыҡ хаким иткән залда уҡыусыларҙың еңелсә генә кейенеп спорт менән шөғөлләнер көндәренә оҙаҡ ҡалмаған. Электр системаһы ла өр-яңынан үткәреләсәк. Ә иң аҙаҡ иҙәнде алмаштырасаҡбыҙ, ти ойошманың генераль директоры А. Р. Шәрәфетдинов. Төҙөүсенең һәммәһе лә төҙөүсе инде. Әммә үҙебеҙҙең урындағы халыҡтың эшләүе, беренсенән, уларҙы эшле һәм аҡсалы итеүе менән яҡшы булһа, икенсенән, ремонт сифатының да бермә-бер һәйбәт булырына ышандыра. «Регионстрой» ЯСЙ-һының да Т. Кусимов исемендәге гимназия коллективы һәм уҡыусылары, ә, бәлки, ошонда белем алыусы үҙ балалары һәм, атай-әсәй булараҡ, шәхсән үҙҙәре алдында йөҙө яҡты булыр, тип ышанғы килә.

Читайте нас: