+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
29 Ноябрь 2016, 13:23

Инде ел үтә өрмәҫ…

Башҡортостан Республикаһының «Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү» программаһы районда уңышлы бойомға ашырыла.

Башҡортостан Республикаһының «Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү» программаһы районда уңышлы бойомға ашырыла. Тап ошо программа арҡылы ауыл биләмәләрендә төрлө объекттарҙа ремонт һәм төҙөлөш эштәре алып барыла, урамдар заманса яҡтыртыу системаһы менән тәьмин ителә. Ғөмүмән, урындағы халыҡ ниндәй көнүҙәк мәсьәләне хәл итергә теләй, хөкүмәт тарафынан бүленгән аҡса шунда йүнәлтелә. Һәм, әйтергә кәрәк, бындай миҫалдар бихисап.



Сиҙәм ауылының «Чебурашка» балалар баҡсаһы коллективы ла быйыл ғәмәлдәге программа арҡылы бинаға үтатма елдәре менән маҙаһыҙлаған иҫкеләре урынына заманса пластик тәҙрәләр ҡуйҙырыу мәсьәләһен хәл иткән. Әле бында ремонт эштәре башланып тора.

— Ауыл биләмәһе хакимиәте һәм халыҡ йыйыны ярҙамы менән ошо программала ҡатнашыу хоҡуғын яулағас, ҡыуанысыбыҙҙың сиге булманы. Тиҙ арала инициатив төркөм төҙөп, аҡса йыйыу эшен ойоштороп ебәрҙек. Ни өсөн тигәндә, хөкүмәт аҡсаһын алыу өсөн, урындағы халыҡ, ауыл биләмәһе хакимиәте һәм бағыусыларҙың күпмелер күләмдә аҡса индереүе мөһим. Программаның төп талабы ошо. Аллаға шөкөр, халыҡ хәлебеҙгә инде. Өй башына тура килгән 300 һумды йыйып, коллективыбыҙ йомартлыҡ өлгөһө күрһәтеп, тегенән-бынан ҡырып-юнып тигәндәй, тейешле сумманы тупланыҡ, бағыусылар иһә уғата әүҙем булды. Һәм бына күҙ терәп көткән һөҙөмтә — ремонт башланды, — тип йылмайып ҡаршы алды беҙҙе балалар баҡсаһы мөдире Гөлсинә Хәмитова.

Тәҙрәләрҙе Магнитогорск ҡалаһының «Төньяҡ тәҙрәләре» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшселәре алмаштыра. Атап әйткәндә, 49 тәҙрә, биш ишек ҡуйыу ҡаралған. Бынан тыш артыҡ тәҙрә уйымдарын көпләп бирәсәктәр. Төҙөлгән килешеүгә ярашлы, эштәр 10 декабргә тамамланырға тейеш.

Замана елдәре уйламағаныраҡ яҡтан иҫеп, артыҡ сығымдарҙан ҡотолоу маҡсатында, ил буйынса мәғариф системаһы ҡарамағындағы бәләкәй балалар баҡсаларын мәктәп бинаһына күсереү сәйәсәте барһа ла, бөгөнгө көндә «Чебурашка»ға был «реформа» янамай. Ни тиһәң дә, бында 113 бала йөрөй. Хатта күрше ауылдарҙан да алып киләләр. Әйткәндәй, балалар баҡсаһын төҙөкләндереүгә һуңғы йылдарҙа ҙур иғтибар бүленгән һәм бүленә. Мәҫәлән, бинаның ҡыйығы, йылытыу, яҡтыртыу һәм янғын хәүефһеҙлеге системаларының алмаштырылыуын телгә алып үтергә мөмкин. Мөдир Гөлсинә Әсләм ҡыҙы был йәһәттән даими хәстәрлектәре өсөн район хакимиәте һәм мәғариф бүлеге етәкселегенә бик рәхмәтле.

Һүрәттә: ремонт барышы.

Читайте нас: