+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
13 Апрель 2018, 12:08

Их, күперҙәре! Уйһыҙ булһын үтеүҙәре

Мораҡай һәм Таштимер ауылдарында ике ҙур күпер төҙөлә. Мәғлүм булыуынса, төҙөлөш уҙған көҙ башланды.

Мораҡай һәм Таштимер ауылдарында ике ҙур күпер төҙөлә. Мәғлүм булыуынса, төҙөлөш уҙған көҙ башланды. Ҡыш дауамында объекттарҙа эш дауам итте, буласаҡ күперҙәрҙең бетон конструкциялары ҡоролдо. Бөгөн төҙөлөш ниндәй стадияла, яңы күперҙәр беренсе ташҡынды ҡаршыларға әҙерме — ошо һорауҙарға яуап эҙләп, эш майҙандарында булдыҡ.

Мораҡайҙа ауылды икегә бүлеп аҡҡан Кесе Ҡыҙыл йылғаһы аша ике ярҙы тоташтырыусы күперҙең оҙонлоғо — 53, киңлеге — 7, бейеклеге 4,5 метр. Киләсәктә ул йәйәүлеләргә һәм транспортта йөрөүселәргә хеҙмәт итәсәк. Ике яҡлап йәйәүлеләр өсөн хәүефһеҙ троту-арҙар булдырыласаҡ. Төҙөлөштө Өфө ҡалаһынан «Магистраль» ЯСЙ-һы башҡара. Күперҙең нигеҙен һигеҙ тимер-бетон урҙа тәшкил итә, улар үҙ-ара арматуралар менән нығытылған.

— 24-шәр метр оҙонлоҡтағы, һәр береһе 40-шар тонна булған урҙаларҙы, Урал тауҙарын артылып, Өфөнән килтер-ҙек. Быға ҡеүәтле техника йәлеп ителде, сығымдар ҙа ҙур булды, — тип һөйләй «Магистраль» ЯСЙ-һы директоры А. Р. Зәйнәшев. — Унан инде күперҙең «һөлдәһен» ҡорҙоҡ. Хәҙерге көндә төп бурысыбыҙ: ташҡынға тиклем күперҙе ике яҡтан да юл менән тоташтырыу.

Төҙөлөш майҙанына ҡырсынлы балсыҡты 7 саҡрымдағы карьерҙан ташый-ҙар. Бында 7 КамАЗ, 1 экскаватор йәлеп ителгән. «Тәүлегенә 100 рейс яһайҙар, күпергә тиклем полотноны күтәреү өсөн бөтәһе 12 мең кубометр ҡырсын түгергә кәрәк буласаҡ», — ти Альмир Роберт улы. Өйөмдәрҙе шунда уҡ бульдозерҙар этәреп, каток менән тапатып тигеҙләп тә баралар. Әйтергә кәрәк, йылға аша йөрөү өсөн ваҡытлыса төҙөлгән өҫтәмә юл аҫтына һалынған торбаларҙа ташҡын мәлендә тығын булмаһын өсөн тейешле саралар күрелгән.

Күпер төҙөүселәр вахта ысулы менән эшләй. Бер бригадала 8 эшсе. Ҡуртымға алынған өйҙә йәшәйҙәр, аш бешереүсе яллағандар. Ҡарауылсы итеп урындан бер кеше эшкә алынған. Төҙөлөш барышы, подрядсылар менән участка начальнигы Дмитрий Кириллов етәкселек итә.

Яҙғы өҙәрем ваҡытында йөк ташыусы ҙур транспорт сараларына юл йөрөү ябылғанға тиклем бөтә кәрәкле төҙөлөш материалдарын эш майҙанына килтереп ҡалғандар. Шуға өҙөклөктәрһеҙ эшләргә иҫәп тоталар. Бары бетон иҙмәһен Магнитогорскиҙан заказ менән алдыртасаҡтар.

Мораҡай халҡы төҙөлөш барышынан күҙ яҙлыҡтырмай. «Көн һайын кем дә булһа эштәр барышы менән ҡыҙыҡһына, ҡеүәтләп, дәртләндереп китәләр, элек нисек яфа сигеүҙәрен һөйләп, тиҙерәк эшләп бөтөүебеҙҙе теләйҙәр», — ти төҙөүселәр. Килешеү буйынса күперҙе ноябргә тиклем өлгөртөү фарыз булһа ла, ойошма объектты август тирәһендә файҙаланыуға тапшырырға ниәтләй.

Таштимерҙә Йәнгел йылғаһы аша төҙөлөүсе күперҙә эшселәр шулай уҡ тимер-бетон ҡоролма аралығын нығытыу менән мәшғүл ине. Бер сама ваҡытта төҙөлөш башланған ике объектта эштәр ҙә параллель рәүештә бер иш бара тойолдо. Хатта күперҙәрҙең үлсәме лә, проекты ла бер-береһенә оҡшаш, ике яҡ ситенән йәйәүлеләр йөрөйәсәк, ә уртаһынан автомобиль юлы үтәсәк. Айырма подрядсыларҙа — бында төҙөлөштө Силәбе өлкәһенән 16-сы Мостотряд ойошмаһы алып бара. Прораб Е. В. Бородиндың ҡул аҫтында 12 эшсе һәм 5 берәмек техника эшләй. Төҙөүселәр эргәлә генә урын-лашҡан тирә-яғы кәртәләнеп алынған төҙөлөш ҡаласығында, йылы вагончик-тарҙа йәшәй. Бер ай эшләгәс, уларҙы икенсе бригада алмаштыра, тип һөйләй күпер төҙөүсе ағайҙар.

Ярты эш башҡарылған да инде. Ләкин төҙөүселәр иркен тын алмай әле. Алда мәшәҡәтле, күренгән-күренмәгән эштәр бик күп. Шуныһы мәғлүм, көҙгөлөккә яңы күперҙән елдереп йөрөйәсәкбеҙ. Мәктәпкә йөрөүсе уҡыусы балалар өсөн йылға аша сығыу хәүефһеҙ буласаҡ.
Читайте нас: